Тәртешкә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәртешкә — аш-һыу әҙерләү ҡоралы, тимерҙән йәки утҡа бирешмәй торған башҡа берәй материалдан эшләнелгән ҡулайлама.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/07/Fireplace_poker.jpg/320px-Fireplace_poker.jpg)
Мейестә йә сыуалда янған күмерҙе тартыу, торонбаш ҡағаштырыу өсөн ҡулланыла. Ғәҙәттә осо тура мөйөшләп, яҫмаҡлап тапап бөгөлгән тимер таяҡтан эшләйҙәр. Болғауыс, киҫәү ағасы тигән атамаһы ла бар. Киҫәү ағасы — һабы ағастан эшләнә, һап өлөшө көпшәләп тимерҙән эшләнгән ырғаҡҡа кейҙерәләр. Урыҫ халҡында тәртешкәгә ҡыҫтырып сыраҡ та яндырғандар.
«Тәртешкә» мыҫҡыл һүҙе булараҡ та ҡулланылған: тәртешкә аяҡ. Һәлкәүерәк кешене тәртешкә йотҡан тип тә мыҫҡыллағандар. Тәртешкәңде ал — аяғыңды ал.