Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы
Төньяҡ Кипрҙағы танылмаған дәүләт (Төркиәнән башҡа) / From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Республикаһы (Йөмһүриәте), ТКТЙ (төр. Kuzey Kıbrıs Türk Cumhuriyeti, KKTC, шулай уҡ ҡыҫҡартылған нейтраль Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ атамаһы ҡулланыла төр. Kuzey Kıbrıs) — өлөшләтә танылған дәүләт, Кипр (Ҡыпрыҫ) утрауының төньяғының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. 1975—1983 йылда бындағы төрөк дәүләте Кипр (Ҡыпрыҫ Төрөк Федератив дәүләте тип аталған (төр. Kıbrıs Türk Federe Devleti).
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәтен[7] Төркиә генә таныған[8].
Бөгөнгәсә Кипр Республикаһы хөкүмәте[9] Кипр утрауында берҙән-бер халыҡ-ара танылған власть булып тора[10].
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһына күҙәтеүсе булараҡ ингән[11].
Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте халҡы яҡынса 294 906 кеше. Күп өлөшө — этник төрөктәр, улар ике йәмғиәттән тора : урындағы кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре (өстән бере самаһы) һәм Анатолия (Анадолу) төрөктәре, Төркиәнән күсеп килгәндәр (өстән икеһе). Шулай уҡ үҙ анклавтарында ҡала алған әҙ генә кипр (ҡыпрыҫ) гректәр (юнандар) һәм марониттәр[12]. ТКТЙ-ның баш ҡалаһы — Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһыныҡы (Йөмһүриәтенеке) кеүек үк, йәшел һыҙат менән бүленгән Никосия (Лефкоша) ҡалаһы(төр. Lefkoşa, грек. Λευκωσία), әммә административ үҙәге булып Фамагуста ҡалаһы тора.
ТКТЙ Кипрҙың (Ҡыпрыҫтың) башҡа яғынан буфер зонаһы менән бүленгән. Утрауҙы ике секторға бүлгән "Йәшел һыҙат"ты Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) тыныслыҡ һаҡлаусы БМО Ҡораллы көстәре контингенты һаҡлай.