Урарту
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ура́рту (Арара́т, Биайнили, Ва́н батшалығы, урарт KURbi-a-i-na, әрм. Ուրարտու, төр. Urartu, фарс. اورارتو) — көньяҡ-көнбайыш Азиялағы боронғо дәүләт. Әрмән таулығы, көнсығыш Төркиә, төньяҡ-көнбайыш Иран һәм Әзербайжандың Нахичеван Автономиялы Республикаһы территорияларында урынлашҡан. Урартуның ҡәбилә булараҡ йәшәүе беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта, ә дәүләт булараҡ — беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта рәсми рәүештә раҫланған. Урарту беҙҙең эраға тиклем VI быуатта йәшәүҙән туҡтай. Беҙҙең эраға тиклем 1 мең йыллыҡтың тәүге сирегендә Алғы Азия дәүләттәре араһында Урарту мөһим урындарҙы биләй[2].
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми тел ...
Урарту | |
Нигеҙләү датаһы | 860 б.э.т. |
---|---|
Рәсми тел | Урарт теле[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Тушпа[d] һәм Арзашкун[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Армянское нагорье[d][1] |
Алмаштырылған | Армения[d] |
Ҡулланылған тел | Урарт теле[d], хурритский язык[d], лувийский язык[d] һәм Протоармянский язык[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 590 |
Тема иҡтисады | экономика Урарту[d] |
Урарту Викимилектә |
Ябырға