Феникс (мифик ҡош)
мифик ҡош / From Wikipedia, the free encyclopedia
Феникс (грек. φοῖνιξ, лат. phoenix) — оҙаҡ йәшәүсе мифик ҡош[lower-alpha 1], үлгәндән һуң терелә ала. Боронғо Мысыр мифологияһында бенну тип аталған, ә антик мифологияла Ҡояш символы менән бәйле була. Ҙурлығы һәм ҡиәфәте буйынса бөркөт һымаҡ[1][2][3], сағыу ҡыҙыл йәки алтын-ҡыҙыл ҡауырһынлы итеп һүрәтләнгән. Мифтың киң таралған версияһы буйынса, үҙенең үлемен алдан күреп, феникс үҙ-үҙен яндыра, шунан һуң көлдән яңынан барлыҡҡа килә[4][5]. Феникс үҙ төрөнөң берҙән-бер, уникаль төрө тип һаналған[4]. Күсмә мәғәнәлә феникс — мәңге яңырыу, үлемһеҙлек символы.
Феникс | |
грек. φοῖνιξ | |
| |
Мифология |
Боронғо грек мифологияһы |
---|---|
Тип |
мифик ҡош |
Башҡа мәҙәниәттә |
|
Феникс Викимилектә | |
Америка фольклорсыһы Стит Томпсондың «Халыҡ әҙәбиәте мотивтары күрһәткесе» каталогында феникс тураһында мифтар «B32» мотив тип билдәләнә.[6]
Феникстың килеп сығышы Боронғо Мысыр мәҙәниәте менән бәйле. Немец дин белгесе Роэль Ван ден Бруктың китабына ярашлы, «Феникс тураһындағы миф классик һәм иртә христиан традицияларына ярашлы», ваҡыт үтеү менән, феникс яңырыуҙы төрлөсә символлаштыра ала: Ҡояш, ваҡыт, Рим империяһы, реинкарнация, консекрация, ожмахтағы тормош, Ғайса (пәйғәмбәр), Дева Мария, ғиффәтлек, конкрет айырым кеше йәки ғөмүмән христиан тормошоноң ҡайһы бер аспекттары[7]. Ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, Луций Цецилий Фирмиан Лактанцийҙың «De ave foenice» поэмаһында феникстың мифологик мотивын Христостың терелеүе символы тип аңлатыла[8].
Феникс, «азат ителгән йән», Ч. Г. Юнг һүҙҙәре буйынса, кешелектең яңырыуы символына әүерелә[9].