![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d2/Fran%25C3%25A7ois_Quesnay_a.jpg/640px-Fran%25C3%25A7ois_Quesnay_a.jpg&w=640&q=50)
Физиократия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Физиокра́тия (франц. physiocrates, бор. грек. φύσις — тәбиғәт һәм κράτος — көс, власть, хакимлыҡ, «тәбиғәт хакимлығы») — XVIII быуаттағы Франция экономистары мәктәбе, уға 1750 йыл тирәһендә Франсуа Кенэ нигеҙ һала.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/78/Quesnay_Portrait.jpg/640px-Quesnay_Portrait.jpg)
«Физиократия» төшөнсәһе тик XIX быуатта ғына барлыҡҡа килә; Кенэ менән уның уҡыусыларын «экономистар» тип , ә уларҙың тәғлимәтен — «политэкономия» тип йөрөткәндәр[1]. «Физиократия» тигән атаманы тәүге булып Кенэның хеҙмәттәрен нәшер иткән Дюпон де Немур ҡуллана, сөнки был мәктәп берҙән-бер производство (етештереү) факторы тип ерҙе, тәбиғәтте иҫәпләй. Икенсе яҡлап ҡарағанда, улар йәмғиәттең хужалыҡ тормошонда «тәбиғи тәртип» (ordre naturel) яҡлы була. Был фекер XVIII быуат философияһындағы тәбиғи хоҡуҡ йәки тәбиғи закон төшөнсәләренә яҡын була.
Франсуа Кенэның икмәккә хаҡ мәсьәләһе һәм һалымға бағышланған хеҙмәтен Д. Дидроның «Энциклопедияһында» баҫтырып сығаралар.К. Маркс фекеренсә, Кенэ һәм башҡа физиократтарҙың иң ҙур ҡаҙанышы шунда- «… улар буржуазия ҡараштарынан сығып, капиталға анализ бирә. Был ҡаҙаныш уларҙы ысын мәғәнәһендә хәҙерге заман политэкономияһы аталары итә»[2].