Француз Һинд-Ҡытайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Француз Һинд-Ҡытайы (франц. Indochine française, вьетн. Đông Dương thuộc Pháp [ɗoŋm zɰəŋ tʰuə̀k fǎp]) — Француз колониаль империяһының бер өлөшө, Һинд-Ҡытай ярымутрауында Францияның элекке колонияһы.
Һинд-Ҡытай союзы | |||||
Union indochinoise Liên bang Đông Dương | |||||
| |||||
1887 — 1954
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Телдәр |
Француз теле, Вьетнам теле, Лао (тел), Кхмер теле | ||||
Майҙаны |
750 000 км² (1935) | ||||
Халҡы |
21 599 582 (1935) | ||||
Идара итеү формаһы |
Колониаль протектораттар федерацияһы | ||||
Тарихы | |||||
• 17 октябрь 1887 |
нигеҙ һалыныуы | ||||
• 3 октябрь 1893 |
Лаостың ҡушылыуы | ||||
• 2 сентябрь 1945 |
Төньяҡ Вьетнамды иғлан итеү | ||||
• 14 июнь 1949 |
Көньяҡ Вьетнамдың бойондороҡһоҙлоғо | ||||
• 19 июля 1949 |
Лаос бойондороҡһоҙлоғо | ||||
• 9 ноябрь 1953 |
Камбоджаның бойондороҡһоҙлоғо | ||||
Француз Һинд-Ҡытайы Викимилектә | |||||
1887 йылдан алып рәсми исеме Һинд-Ҡытай союзы союзы (фр. Union indochinoise, вьетн. Liên bang Đông Dương) була. Уның составына 1858 йылдан 1884 йылға тиклем Франция тарафынан баҫып алынған Вьетнам территорияһы инә. Был территория Кохинчина (Намбо) колонияһына, Аннам (Чунгбо) һәм Тонкин (Бакбо) протектораттарына бүленә. Бынан тыш, Француз Һинд-Ҡытайы составына Камбоджа протектораты һәм 1860—1890 йылдарҙа баҫып алынған Лаос протектораты, шулай уҡ Ҡытайҙан ҡуртымға алынған Гуанчжоувань территорияһы инә.
Икенсе донъя һуғышынан һуң Француз Һинд-Ҡытай территорияһында милли-азатлыҡ хәрәкәттәре еңеүе һөҙөмтәһендә бойондороҡһоҙ дәүләттәр: Вьетнам, Камбоджа һәм Лаос барлыҡҡа килә.