Хай-тек (стиль)
архитектура һәм дизайнда стиль / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хай-тек (ингл. high-tech) — архитектура һәм дизайнда стиль, 1970-се йылдарҙа ахырғы модернизм ҡуйынында тыуған һәм 1980-се йылдарҙа киң таралыу тапҡан. Хай-тектың төп теоретиктары һәм ҡулланыусылары нигеҙҙә инглиздәр — Норман Фостер, Ричард Роджерс, Николас Гримшоу, ижадының бер осоронда — Джеймс Стирлинг менән итальян Ренцо Пиано.