Халдейҙар
боронғо Месопотамияла йәшәгән халыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Халдейҙар (бабилса Kaldu, ивр. כַּשְׂדִּים — Касдим, грек. Χαλδαίοι) — Месопотамияның көньяғында, Тигр һәм Евфрат йылғаларының тамағында Фарсы ҡултығының төньяҡ-көнсығыш ярында беҙҙең эраға тиклем X—IV быуаттарҙа йәшәгән семит ҡәбиләләре. Бабилды алыу өсөн Ассирия менән даими һуғыштар алып барғандар. Беҙҙең эраға тиклем 626—536 йылдарҙа Бабилда халдей династияһы хакимлыҡ итә, Яңы Бабил батшалығына нигеҙ һала[1]. Арами телендә һөйләшәләр[2]. «Халдейҙар» һүҙе (үҙ телдәрендә — «касдим», бор.-йәһ. כשדים) Библияла бер нисә тапҡыр телгә алына — мәҫәлән, Аввакум (Авв. 1:6) һәм Йермияһу пәйғәмбәрҙәр тарафынан (Иер. 32:42), йәнә Йүдит Китабында (Иудифь. 5:6) һәм башҡа урындарҙа.
Халдейҙар | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. X быуат |
---|---|
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 650 б.э.т. |
Халдейҙар Викимилектә |
Һуңыраҡ Бабилдағы жрецтар кастаһын ғына халдей тип йөрөтә башлайҙар. Улар астрономияны белгән була, аҙағыраҡ астрономия астрологиянан айырып ҡарала башлағас, Боронғо Римда йондоҙҙарға ҡарап киләсәкте әйтеүселәрҙе халдей тип йөрөтәләр. Шулай уҡ сихырсыларҙы, тылсымсыларҙы, күҙ быуыусыларҙы, күрәҙәселәрҙе һәм астрологтарҙы ла халдей тиер булалар.