Харисов Әхнәф Ибраһим улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Харисов Әхнәф Ибраһим улы (2 июнь 1914 йыл — 15 май 1977 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1954–1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, 1964–1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Октябрь Революцияһы (1975), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
Харисов Әхнәф Ибраһим улы | ||||
Тыуған көнө |
2 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1], Имән ауылы | |||
Вафат көнө |
15 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (62 йәш) | |||
Вафат урыны | ||||
Ил |
СССР | |||
Ғилми даирәһе | ||||
Эшләгән урыны | ||||
Альма-матер | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (1972) | |||
Ғилми исеме |
профессор (1972) | |||
Ниндәй өлкәлә танылған | ||||
Награда һәм премиялары |
| |||
Башҡорттарҙан беренсе булып «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаусы (1941).