From Wikipedia, the free encyclopedia
«Хирургия» — совет ҡыҫҡа метражлы аҡлы-ҡаралы нәфис фильмы. Ленинград ҡалаһының Ленин орденлы «Ленфильм» киностудияһы 1939 йылда режиссёр Ян Фрид тарафынан ХХ быуаттың урыҫ яҙыусыһы А. П. Чеховтың «Хирургия» һәм «Сельские эскулапы» (Ауыл табибтары) хикәйәләре буйынса төшөрөлгән.
Хирургия | |
Атамаһы | Хирургия |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | хирургия[d] |
Нигеҙендә эшләнгән | Хирургия һәм Сельские эскулапы[d] |
Жанр | Трагикомедия |
Ил | СССР |
Әҫәр яҙылған тел | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1939 |
Режиссёр | Ян Борисович Фрид[d] |
Ролдәрҙә |
Игорь Владимирович Ильинский[d] Иван Михайлович Москвин[d] Василий Васильевич Меркурьев[d] Валентина Петровна Телегина[d] |
Етештереүсе компания | Ленфильм[d] |
В результате влияния работы | Чехов Антон Павлович |
Место действия | Рәсәй империяһы |
Оҙайлылыҡ | 36 Минут |
Төҫ | чёрно-белое кино[d] |
СССР-ҙа фильмдың премьераһы 1939 йылдың 30 апрелендә үтә.
Бер ваҡыт земство дауаханаһында эшләгән табибтың эштә булмауы арҡаһында дауаханала уның урынында эшләп ҡалған фельдшер пациенттарҙы ҡабул итә. Дауахана табибы өйләнергә китә, ә уның урынында ауырыуҙарҙы фельдшер Курятин ҡарай. Ошо көндәрҙең береһендә сиркәү дьягы Вонмигласов дауаханаға килә. Уның теше бик ныҡ һыҙлай башлаған була. Дьяктың тешен ҡарағандан һуң, Курятин уны һурып алырға була. Дьякты ҡысҡыртып оҙаҡ ыҙалағандан һуң, фельдшер пациенттың боҙоҡ тешен һындыра. Ошо процедура ваҡытында фельдшер менән пациент пыр туҙып талашып китә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.