![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/24/Jos%25C3%25A9_Ra%25C3%25BAl_Capablanca_1931.jpg/640px-Jos%25C3%25A9_Ra%25C3%25BAl_Capablanca_1931.jpg&w=640&q=50)
Хосе Рауль Капабланка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хосе Рауль Капабланка-и-Грауперпа (исп. José Raúl Capablanca y Graupera, 19 ноябрь 1888 йыл — 8 март 1942 йыл) — Куба шахматсыһы, шахмат әҙәбиәтсеһе, дипломат, шахмат буйынса 3-сө донъя чемпионы (1921 йылда Ласкер менән уйнағанда яулай, 1927 йылда Алехиндан еңелә), 1910—1930 йылдарҙа донъяның иң көслө шахматсыһы, бик күп халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Билдәлелек йылдарында Капабланка партияны миттельшпилдә лә, эндшпилдә лә бер тигеҙ виртуоз алып барыуы, һәм бик һирәк кенә хата ебәреүе арҡаһында «шахмат автоматы» данын ала. Юғары кимәлдәге рәсми осрашыуҙарҙа (1909 йылдан алып) Капабланка бөтәһе 34 партияла еңелә, ә 1916—1924 йылдарҙа еңелеү белмәй[7].
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға