Хурамшин Ямалетдин Хурамша улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ямалетдин Хурамша улы Хурамшин (1877 йыл −1937 йыл) — Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының I саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Конституцион демократ. 1914 йылда Петербург мосолмандар съезы эшендә ҡатнаша.
Хурамшин Ямалетдин Хурамша улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1877 |
Тыуған урыны | Ҡаран ауылы, Бүздәк волосы[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) |
Вафат булған урыны | Томск, Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Милләте буйынса: I Думы депутаттары тураһындағы белешмәлә башҡорт тип яҙыла[1][2], ә НКВД-ның тәфтиш материалдарында һәм Томск өлкәһенең Хәтер китабында — татар[3][4][5][6].
Ҡаран ауылы муллаһы. Бер нисә мосолман мәктәбендә ҡануниәт уҡытыусыһы. Депутатлыҡҡа тиклем — Бәләбәй ҡалаһы ахуны[7]. Беренсе донъя һуғышы осоронда полк муллаһы вазифаһын башҡара[8] .
«Дин тәғлимәте уҡытыусыларының исемлегенә» ярашлы, Томскиҙың Ҡыҙыл мәсетендә Ямалетдин Хурамшин 1924 йылдан мулла вазифаһын биләй. 1926 йылдың 27 ноябрендә Ҡыҙыл мәсеттәге мосолмандар съезында Хурамшин үҙенең Өфөлә Бөтә Рәсәй мосолмандары съезына сәйәхәте, Мәккәгә хаж ҡылған һигеҙ совет хажийының тәьҫораттары тураһында һөйләй[8].