Хәҡиҡәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәҡиҡәт — фекерләүҙең предметҡа ҡарата сағылышын күрһәткән гносеологик характеристика. Әгәр фекер предметҡа тап килһә, шул хәҡиҡәт тип иҫәпләнә[2].
Хәҡиҡәт | |
Һештег | Truth[1] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | достоверность[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | ложь[d] |
Хәҡиҡәт Викимилектә |
Хәҡиҡәткә ҡаршы төшөнсә ялған була.
Хәҡиҡәт ул — белем. Ләкин һәр белем хәҡиҡәт түгел әле. Хәҡиҡәт предметтар һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырыусы белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше — яңылышлыҡ, ҡайһы бер предметтарҙың һәм күренештәрҙең сифатын дөрөҫ сағылдырмай торған белем. Хәҡиҡәттең ҡапма-ҡаршы күренеше яңылыш шәкелендә лә сағыла. Ялған яңылышлыҡтан ниндәйҙер субъектив маҡсатҡа нигеҙләнгән булыуы менән айырыла. Хәҡиҡәт — ғәйәт ҡатлаулы күренеш. Ул объективмы, йәғни субъекттың аңынан, ихтыярынан ни дәрәжәлә ирекле? Был һорауға яуаптар төрлөсә. Ҡайһы бер ғалимдар хәҡиҡәтте фәҡәт субъектив күренеш тип кенә баһалай, хәҡиҡәттең объектив була алыуын инҡар итә. Ысынында иһә хәҡиҡәттең объективлығы шик тыуҙырырға тейеш түгел.