From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Восточноазиатское имяЧжии (ҡыт. трад. 智顗, пиньинь: Zhìyǐ, донъяуи исеме Чэнь Дэань (ҡыт. упр. 陈德安) (538—597) — будда остазы, ғәмәлдә Тяньтай мәктәбенә нигеҙ һалыусы .
Чжии Цзинжоу өлкәһенең Хуажун өйәҙендә (хәҙерге Хубэй провинцияһы Цяньцзян ҡала округы территорияһы)[6] тыуа. 17 йәшендә үкһеҙ йәтим ҡала һәм 18 йәшендә тыуған йортонан монахлыҡҡа сығып китә. 23 йәшендә беренсе уҡытыусыһы, медитация оҫтаһы Наньюэ Хуэйстың (515—577) йоғонтоһонда уның юлынан китә (һуңынан Наньюэ Хуэйс Тяньтай ырыуында Чжиинан элгәре булған уҡытыусы исемлегенә индерелә. Хуэйста уҡыуын тамамлағандан һуң (560—567 йылдар) күпмелер ваҡыт көньяҡ баш ҡала Цзяньканала[7] эшләп ала.
575 йылда бер төркөм уҡыусылары менән интенсив уҡыу һәм тәжрибә өйрәнеү өсөн Тяньтай тауына китә. Бында ул медитацияның һинд принциптары осамат һәм випасьянды мәҙәниәт практикаһының (ул арнау һәм ышаныу йолаларын үҙ эсенә ала) ҡатмарлы системаһына яраҡлаштырыу өҫтөндә эшләй. 585 йылда ул Цзиньлинға ҡайта, унда Лотос сутраһы, Фахуа Венчжа (587 йыл) һәм Фауа Сюаньи (593 йыл) монументаль эштәрен тамамлау өҫтөндә эшләй. 32 уҡыусыһынан Гуаньдин (561—632) иң ҙур билдәлелек яулауға өлгөшө, ул Тяньтайҙың бишенсе патриархы була. Хакимлыҡ итеүсе Чень һәм Суй династияһларының ҡурсалауынан файҙалана[6].
Дэвид Чаппелл[en], Чжии: «…башҡа мәҙәниәттәрҙе яраҡлаштырыу, яңы тәжрибәләрҙе үҫтереү һәм буддизмды универсализациялау өсөн ҡулай булған дини нигеҙ булдырып ҡалдыра»[8] тип иҫәпләй.
Чжии һәм Бодхидхарма бер үк ваҡытта йәшәй[9], әммә Чжии король яҡлауы аҫтында эшләй, ә Бодхидхарма бындай яҡлауҙан мәхрүм була.
Патриах Чжииның мумияландырылған тәне Тяньтайшань тауҙарындағы Чжэнъцзюэ ғибәҙәтханаһында ята.
Чжии ижад иткән Тупланғанлыҡ һәм Зирәклек (үтә күреүсәнлек) (Сяо Чжигуань/Хсяо чих-куань) тураһында Бәләкәй трактат, күрәһең, медитация буйынса ҡытайҙарға аңлайышлы булған тәүге уҡыу әсбабылыр[10], һәм Цо-чан-и уның туранан-тура йоғонтоһонда Чан медитацияһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә[11]. Ул «ҡотҡарыу» медитатив ысулдарын һәм нирванаға өлгәшеүҙе философия постулаттары менән бәйләй[6].
Рудзюнь Ву, Чжииның тупланғанлыҡ һәм зирәклек тураһындағы (摩訶止観 Mohe Zhiguan) Бөйөк трактаты Тяньтай мәктәбенә нигеҙ һала, тип иҫәпләй[12]. Чжииның күп һанлы эштәре араһында «Фа хуа сюань и» («Сокровенный смысл „Лотосовой сутры“»), «Фа хуа вэнь цзюй» («Язык „Лотосовой сутры“») и «Мохэ чжи гуань» («Великое самопрекращение и самопостижение») төп эштәр тип таныла һәм улар «Тяньтай тәғлимәтенең өс бөйөк бүлеге» тип аталка, сөнки нәҡ уларҙа был мәктәптең төп доктриналары тасуирланған[6].
Чжии практик дәрестәр программаһын төҙөй, аҙаҡ ул «Дүрт самадхи»ға[13] әйләндерелә. Был дүрт самадхи Чжииҙың «Мохэ Чжигуань» китабында тасуирлана. Мохэ Чжигуань Чжииҙың өлгөргөнлеген раҫлаусы бөйөк тәғлимәт, Ул будда традицияларын[9] «дөйөмләштерә» һәм үҙ тәжрибәһе нигеҙендә аңлата. 594 йылда Цзиньлинда лекция менән сығыш яһағанда Чжии Мохэ Чжигуань тексын аныҡлап аңлата, һәм был лекция 585 йылда Тяньтай тауындағы тәжрибәһенә өҫтәмә була.[14].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.