Чуле монастыры
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чуле монастыры йәки Чулеви монастыры — XIV быуаттың Изге Георгий хөрмәтенә аталған көмбәҙле ҡорамы. Грузияла Тарихи Самцхе-Джавеки төбәгенең Адигени муниципалитетында урынлашҡан.
Чуле монастыры | |
груз. ჭულევის მონასტერი | |
Нигеҙләү датаһы | XIV быуат |
---|---|
Принадлежит к | Грузинская православная церковь[d] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Самцхе-Джавахети[d] |
Урынлашыу | Адигенский муниципалитет[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Чуле монастыры Викимилектә |
Ул Сапара һәм Зарзма монастырҙарының архитектура төркөмөнә ҡарай. Улар менән ҡорамдың планы һәм эске арауығы, сығынтыһыҙ тура мөйөшлө формаһы, алтарь стеналарына терәлеп торған көмбәҙе, бағана формаһындағы ике тәреһе оҡшаш, әммә күләме буйынса уларҙан бәләкәйерәк. Сиркәүҙең көнбайыш һәм көньяҡ яҡтан ике инеү урыны бар. Сиркәүҙе 1381 йылда Арсен биҙәй. Көньяҡ стенала инеү урынының өҫ яғында бер нисә ирҙең портретын күрергә мөмкин. Былар Джакели ғаиләһенең ағзалары: Саргис-Саба, Бек I, Саргис II, Кваркваре I, Шалва. Алтарҙың апсидаһында ике ниша бар. Фрескаларҙың ҡалған өлөштәрендә Изге Яҙманан тарихтар бирелә.