Уильям Шекспир

инглиз шағиры һәм драматургы / From Wikipedia, the free encyclopedia

Уи́льям Шекспи́р (ингл. William Shakespeare[1]; 1564 йыл[2], Эйвондағы Стэтфорд, Англия — 23 апрель 1616 йыл[2], шул уҡ урында) — бөйөк инглиз драматургы һәм шағиры, бар донъяға танылған драматургтарҙың береһе, беҙгә килеп еткән 12 трагедия, 16 комедия, 6 тарихи хроника, шул иҫәптән, бер нисә өлөштән торған 4 поэма һәм 154 сонет авторы.

Quick facts: Тыуған көнө , Тыуған урыны , Вафат булған көн...
Уильям Шекспир
William Shakespeare
Hw-shakespeare.png
Берҙән-бер ныҡлы билдәле һүрәт голланд сығышлы рәссам Дросхоут эше — гравюра из посмертного «Первого Фолио» (1623)
Тыуған көнө:

1564({{padleft:1564|4|0}})

Тыуған урыны:

Стратфорд-на-Эйвоне, Уорикшир, Англия

Вафат булған көнө:

23 апрель 1616({{padleft:1616|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Вафат булған урыны:

Стратфорд-на-Эйвоне, Уорикшир, Англия

Эшмәкәрлеге:

инглиз драматургы һәм шағиры

Close
"Шекспир" бите бында йүнәтелә.

Шекспир Стратфорд-апон-Эйвон ҡалаһында тыуа һәм үҫә. 18 йәшендә Энн Хатауэйға өйләнә, уның менән никахта өс балаһы була: ҡыҙы Сьюзен һәм игеҙәктәр Хемнет һәм Джудит. Шекспирҙың карьераһы 1592 һәм 1585 йылдар араһында Лондонға күсеп килгәс башлана. Тиҙҙән ул уңышлы актёр, драматург, шулай уҡ «Лорд-камергер хеҙмәтселәре» исемле, һуңыраҡ «Король хеҙмәтселәре» исеме аҫтында билдәле булған театр компанияһының милектәше була. Яҡынса 1613 йылда, 48 йәшендә Стратфордҡа әйләнеп ҡайта, унда өс йылдан һуң вафат була. Шекспирҙың тормошо тураһында тарихи мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған һәм тормошо тураһында ихтималлыҡтар рәсми документтар, замандаштарының күрһәтеүе нигеҙенә ҡоролған, шуның өсөн әлегә тиклем ғилми берләшмәләрҙә уның тышҡы ҡиәфәте һәм дини ҡараштары буйынса мәсьәләләр тикшерелә, шулай уҡ уныҡы тип иҫәпләнгән эштәрҙе башҡа кемдер башҡарған тигән фекер йәшәй[3][4]; был фекер мәҙәниәттә популяр булһа ла, күпселек ғалимдар һәм Шекспир ижадын өйрәнеүселәр тарафынан кире ҡағыла.

Шекспирҙың күпселек әҫәрҙәре 1589 йылдан 1613 йылға тиклем осорҙа яҙыла. Уның тәүге пьесалары нигеҙҙә комедияларға һәм хроникаларға ҡарай, уларҙа Шекспир күпкә уңышлы сығыш яһай. Артабан уның ижадында «Гамлет», «Король Лир», «Отелло» һәм «Макбет» әҫәрҙәрен индергән трагедиялар осоро башлана, улар инглиз телендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙең береһе тип һанала. Үҙенең ижады аҙағында Шекспир бер нисә трагикомедия яҙа, шулай уҡ башҡа яҙыусылар менән хеҙмәттәшлек итә.

Шекспирҙың күп пьесалары йәшәгән осоронда баҫылған. 1623 йылда Шекспирҙың ике дуҫы, Джон Хеминг һәм Генри Конделл Беренсе фолиоһын, һәм ике пьесаһынан тыш Шекспирҙың бөтә йыйынтыҡтарын баҫтырып сығара. Һуңынан төрлө тикшереүселәр тарафынан төрлө дәрәжәләге дәлиллек менән Шекспирға ҡараған тағы бер нисә пьесаһы аныҡлана.

Шекспир үҙе йәшәгән ваҡытта эштәре тураһында маҡтау баһаламалары ала, әммә ысын мәғәнәһендә тик XIX быуатта ғына популяр булып китә. Атап әйткәндә, романтизм вәкилдәре һәм викториансылар Шекспир алдында табыналар, быны Бернард Шоу «bardolatry» тип атай, был инглиз теленән «шағирға баш эйеү» тип тәржемәләнә. Шекспирҙың әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә тиклем популяр булып ҡала, улар өйрәнелә, сәйәси һәм мәҙәни шарттарға ярашлы даими аңлатыла.

Oops something went wrong: