Ширма
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ширма ( нем. Schirm «һаҡлау», «ҡурсыу») — интерьер элементы,бүлмәнең бер өлөшөн пәрҙәләү өсөн ҡулланылған ҙур булмаған күсмә ҡаплауыс, ул бәләкәй, бер бүлмәле фатирҙарҙа кейенеп-сисенеү өсөн бик уңайлы яйланма. Тәүге ҡаплауыс-ширмалар Ҡытайҙа эшләнә башлаған .
Йоҡо гардероб, балалар бүлмәләрендә, квартира-студияларҙа ҡулланыла[1]. Ширма бүлмәне ныҡлы сикләмәй икегә бүлеп төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, кухня менән аш бүлмәһен бүлеү, йоҡо бүлмәһендә гардероб булдырыу өсөн уңайлы.
Япония сәнғәтендә һәм Ҡытай сәнғәтендә ширма һүрәт төшөрөү өсөн файҙаланылған.
Ширмалар шулай уҡ ҡурсаҡ театрында актерҙар йәшенеү өсөн дә ҡулланыла.
Ғәҙәттә ширма йыйылма конструкциялы була, уның бейеклеге кеше оҙонлоғонан тәбәшәгерәк итеп эшләнә.
Утилитар ширмалар ҙа була, мәҫәлән, улар медицина учреждениеларында ла файҙаланыла. Медицина ширмалары секциялары бер нисә булыуы мөмкин. Уларҙың пәрҙәләре туҡыма йәки пластиктан яһала[2].