Шривиджая
From Wikipedia, the free encyclopedia 0
Шривиджая (Шривиджайя, Сривиджайя) (ҡыт. 三佛齐, 室利佛逝 200—1400) — үҙәге Суматра утрауында урынлашҡан боронғо Малайзия батшалығы, Малай архипелагы утрауҙарына һәм Көньяҡ-көнсығыш Азия ярҙарына ла йәйелгән була. Төрлө сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә, беҙҙең эраның 200 һәм 500 йылдары араһында барлыҡҡа килә. Санскритан тәржемә иткәндә атамаһы таң ҡалырлыҡ еңеү тигән мәғәнәне бирә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Шривиджая | |
Нигеҙләү датаһы | 650 |
---|---|
Дәүләт | Индонезия |
Административ үҙәк | Палембанг[d] |
Урын | Южная Суматра[d] һәм Палембанг[d] |
Алмаштырылған | Kingdom of Palembang[d] һәм Королевство Сингапура[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1377 |
Шривиджая Викимилектә |
Ябырға
Шривиджаяла ваджраяна буддизмы сәскә атҡан, мәҙәниәт һәм сауҙа ныҡ үҫешкән, ә будда университеттары абруйлы һәм киң танылған була.
Үҙенең иң юғары үҫеше осоронда Шривиджая Суматра утрауы, Ява утрауының көнбайыш өлөшө, Калимантан утрауының бер өлөшө, Малакка ярымутрауы һәм хәҙерге Таиландтың бер өлөшө менән хакимлыҡ итә.