Элементар киҫәксә — состав өлөштәргә бүленмәй торған, субйәҙрә күләмендә иң бәләкәй микрообъекттарҙың йыйнағыс термины[1].

Ҡыҫҡа факттар Антикиҫәксә, Фундаменталь тәьҫир итешеүҙәр ...
Элементар киҫәксә
Антикиҫәксә элементар киҫәксә
Фундаменталь тәьҫир итешеүҙәр гравитация
Ябырға

Ҡайһы бер элементар киҫәксәләр (электрон, нейтрино, кварктар һ.б.) әлеге мәлгә структураһыҙ тип иҫәпләнә һәм беренсел фундаменталь киҫәксәләр тип ҡарала[2]. Башҡа элементар киҫәксәләр (составлы киҫәксәләр, шул иҫәптән атом йәҙрәһен хасил иткән киҫәксәләр — протондар һәм нейтрондар) ҡатмарлы эске төҙөлөшкә эйә, шуға ҡарамаҫтан бөгөнгә уларҙы бүлгеләп булмай.

Антикиҫәксәләрҙе лә индереп, әлеге ваҡытҡа 350-нән ашыу элементар киҫәксә асылған. Улар араһында фотон, электронлы һәм мюонлы нейтрино, электрон, протон һәм уларҙың антикиҫәксәләре тотороҡло. Ҡалған элементар киҫәксәләр экспоненциаль законға ярашлы яҡынса 1000 секундтан алып (ирекле нейтрон өсөн) секундтың бик бәләкәй киҫегенә тиклем (резонанстар өсөн 10−24-тән 10−22-гәсә с) ваҡыт эсендә үҙҙәренән-үҙҙәре тарҡалалар.

Элементар киҫәксәләрҙең төҙөлөшөн һәм тәртибен элементар киҫәксәләр физикаһы өйрәнә.

Бөтә элементар киҫәксәләр берҙәйлек принцибына (бер төргә ҡараған бөтә элементар киҫәксәләр үҙенсәлектәре буйынса бар Ғаләмдә тулыһынса бер иштәр) һәм корпускуляр-тулҡын дуализмы принцибына (һәр элементар киҫәксәгә де-Бройль тулҡыны тап килә) буйһона.

Бөтә элементар киҫәксәләр бер-береһенә әүерелеү үҙенсәлегенә эйә. Был үҙенсәлек уларҙың тәьҫирләшеүенең көслө, электромагнит, көсһөҙ, гравитацион төрҙәренән килеп сыға. Был әүерелештәр энергия, импульс, хәрәкәт һаны мәле, электр заряды, барион заряды һаҡланыу закондары һәм башҡа ҡанундар менән тыйылмаған осраҡта бара.

Элементар киҫәксәләрҙең төп тасуирламалары: масса, спин, электр заряды, йәшәү ваҡыты, йоплоҡ, G-йоплоҡ, магнит мәле, барион заряды, лептон заряды, сәйерлек (составында s-кварк булған киҫәксәләр), изотопик спин, CP-йоплоҡ, заряд йоплоғо.

ThumbМезонМезонБарионНуклонКваркЛептонАдронАтомМолекулаФотонW- һәм Z-бозондарГлюонГравитонЭлектромагнитлы тәьҫир итешеүҺүрән тәьҫир итешеүКөслө тәьҫир итешеүГравитацияКвантлы электродинамикаКвантлы хромодинамикаКвантлы гравитацияЭлектрослабое взаимодействиеТеория великого объединенияТеория всегоЭлементарная частицаВещество
Краткий обзор различных семейств элементарных и составных частиц, и теории, описывающие их взаимодействия. Фермионы — слева, бозоны — справа. (пункты на картинке кликабельны)

Классификация

Йәшәү ваҡыты буйынса

Бөтә элементар киҫәксәләр ике класҡа бүленә:

  • Тотороҡло элементар киҫәксәләр — ирекле хәлдә сикһеҙ оҙаҡ йәшәүсе киҫәксәләр (протон, электрон, нейтрино, фотон һәм уларҙың антикиҫәксәләре).
  • Тотороҡһоҙ элементар киҫәксәләр — ирекле хәлдә сикле ваҡыт эсендә башҡа киҫәксәләргә бүленеүсе киҫәксәләр (бөтә ҡалған киҫәксәләр).

Массаһы буйынса

Бөтә элементар киҫәксәләр ике класҡа бүленә:

  • Массаһыҙ киҫәксәләр — массаһы нулгә тигеҙ булған киҫәксәләр (фотон, глюон һәм уларҙың антикиҫәксәләре).
  • Массаһы нулгә тигеҙ булмаған киҫәксәләр (бөтә ҡалған киҫәксәләр).

Спинының ҙурлығы буйынса

Бөтә элементар киҫәксәләр ике класҡа бүленә:

  • бозондар — бөтөн спинлы киҫәксәләр[3] (мәҫәлән, фотон, глюон, мезондар, Хиггс бозоны);
  • фермиондар — ярымбөтөн спинлы киҫәксәләр (мәҫәлән, электрон, протон, нейтрон, нейтрино).

Тәьҫирләшеү төрө буйынса

Элементар киҫәксәләр түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

Составлы киҫәксәләр

  • Адрондар — фундаменталь тәьҫирләшеүҙәрҙең барыһында ла ҡатнашыусы киҫәксәләр. Улар кварктарҙан тора һәм үҙ сиратында түбәндәгеләргә бүленә:
    • мезондар — бөтөн спинлы адрондар, йәғни бозондар;
    • бариондар — ярымбөтөн спинлы адрондар, йәғни фермиондар. Атап әйткәндә, уларға атом йәҙрәһен төҙөүсе киҫәксәләр — протон һәм нейтрон ҡарай.

Фундаменталь (структураһыҙ) киҫәксәләр

  • Лептондар — нөктәле киҫәксәләр ҡиәфәтендәге фермиондар. Лептондарҙың алты тибы билдәле.
  • Кварктар — адрондар составындағы киҫәксәләр. Алты типҡа бүленәләр.
  • Калибрлаусы бозондар:
    • фотон;
    • һигеҙ глюон;
    • арауыҡтағы векторлы өс бозон W+, W һәм Z0;
    • гравитон.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.