Энцелад (юлдаш)
Сатурндың ҙурлығы буйынса алтынсы юлдашы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Энцела́д (бор. грек. Ἐγκέλαδος, ингл. Enceladus) — Сатурндың ҙурлығы буйынса алтынсы юлдашы. Уны 1789 йылда Уильям Гершель аса, ләкин 1980-се йылдар башына, планета-ара ике «Вояджер» зонды уға яҡынлағанға тиклем, ул бик аҙ өйрәнелә. Зондтар ебәргән һүрәттәр Энцеладтың диаметрын билдәләй (500 км тирәһе, йәғни Сатурндың иң ҙур юлдашы булған Титан диаметрының 0,1 өлөшө) һәм Энцеладтың Ҡояш системаһындағы ниндәй ҙә булһа башҡа есемгә ҡарағанда ҡояш нурын күберәк сағылдырыуын асыҡлай. «Вояджер-1» күрһәтеүенсә, юлдаштың орбитаһы тарҡау Е ҡулсаһының үтә тығыҙ өлөшө аша үтә һәм уның менән матдә алмаша. Ошо ҡулса Энцеладты барлыҡҡа килтергәндер, ахырыһы. «Вояджер-2» әллә ни ҙур булмаған был юлдаш өҫтөндәге рельеф күп төрлө булыуын асыҡлай: унда иҫке кратер булып ҡатҡан урындар ҙа, яңы барлыҡҡа килгән бик йәш участкалар ҙа бар (ҡайһы берҙәренең йәше 100 миллион йылға ла етмәй).
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Энцелад | |
Масса | 1,0804339E+20 килограмм[1][1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Энкелад[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Уильям Гершель[d][2] |
Асыу датаһы | 28 август 1789[2] |
Родительское тело | Сатурн[2] |
Орбита эксцентриситеты | 0,0047 |
Наклонение орбиты | 0,009 ° |
Орбитальный период | 1,37 тәүлек |
Большая полуось орбиты | 237 948 km |
Видимая звёздная величина | 11,8[3] |
Альбедо | 1,375[4] |
Температура | 32,9 K, 75 K һәм 145 K |
Нимә менән тоташа | Кольцо E[d] |
Күләме | 67 113 076 км³[4] һәм 1,370218 тәүлек[4] |
Радиус | 252,1 ± 0,2 km |
Энцелад Викимилектә |
2005 йылда Энцеладты «Кассини» планета-ара зонды өйрәнә башлай, һәм ул юлдаштың өҫтө һәм унда барған процестар тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәр еткерә. Атап әйткәндә, көньяҡ ҡотоп өлкәһенән фонтан булып атылып торған һыуға бай шлейфты аса (моғайын, ошондай боҙло фонтандар Е ҡулсаһын барлыҡҡа килтергәндер ҙә инде). Был асыш, эске йылылыҡ билдәләре, көньяҡ ҡотоп өлкәһендә эшләп торған кратерҙарҙың бик аҙ булыуы менән бергә, Энцеладта әлеге көнгә тиклем геологик әүҙемлек һаҡланыуын раҫлай. Газ гиганттарының юлдаш системаларындағы йыһан есемдәре йыш ҡына орбиталь резонанстарҙың «ҡапҡанына» барып эләгә, һөҙөмтәлә орбитаның эксцентриситеты тотороҡлана һәм оҙонлоҡ буйынса либрацияһына (тирбәлеүенә) килтерә. Был, үҙ сиратында, Сатурндың өҫтәлмә рәүештә йылыныуына үҙ өлөшөн индерә. Планетаға яҡын юлдаштар уның эстән йылыныуын арттыра, геологик әүҙемлекте шуның менән дә аңлатып була[5].
Энцелад геологик яҡтан әүҙем: ул — тышҡы Ҡояш системаһында әүҙем атылыуҙар күҙәтелгән өс күк есеменең береһе (әүҙем вулкан атылыу күҙәтелгән Юпитерҙың юлдашы Ио һәм Нептун юлдашы Тритон менән бер рәттән). Был атылыуҙарҙы анализлау уларҙың Энцелад ҡуйынындағы шыйыҡ һыулы океандың аҫтынан сығыуын күрһәтә. Шлейфтың химик составы бик үҙенсәлекле, шуға ла Энцелад астробиологик тикшеренеүҙәр өсөн бик мөһим тип күҙаллана. Шлейфты асыу Энцеладтың Сатурндың Е ҡулсаһы материяһы сығанағы булыуын да раҫлай[6]
2011 йылда NASA ғалимдары «Enceladus Focus Group Conference» конференцияһында, «Ҡояш системаһында Энцеладтың Ерҙән ситтә беҙ белгән тормош өсөн иң яраҡлы урын» булыуын билдәләй [7][8].
NASA-ның Эймстағы Тикшеренеү үҙәгенән астробиолог Крис Маккей 2011 йылда, Ҡояш системаһында тик Энцеладта ғына «шыйыҡ һыу, углерод, аммиак формаһында азот һәм энергия сығанағы бар»[9], тип белдерә. 2014 йылда «Кассини»ҙан алынған мәғлүмәттәрҙе анализлау юлдаш эсендә ҙурлығы буйынса Үрге күлгә торошло океан булыуын күҙалларға нигеҙ бирә, тип иғлан ителә[10][11][12].
2018 йылдың 27 июнендә ғалимдар «Кассини» Энцелад шлейфы ағымынан йыйған өлгөләрҙә ҡатмарлы органик макромолекулалар булыуы тураһында хәбәр итә[13].