Эри каналы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эри каналы (ингл. Erie Canal) — АҠШ-тың Нью-Йорк штатындағы канал. Бөйөк күлдәр системаһын Гудзон йылғаһы аша Атлантик океан менән тоташтыра.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Эри.
Оҙонлоғо Эри күле буйындағы Буффало ҡалаһынан Гудзон йылғаһы буйындағы Кохос ҡалаһына тиклем 540 километрҙан ашыу тәшкил итә. Киңлеге — яҡынса 50 м.
Канал 1817—1825 йылдарҙа төҙөлә. Һуңыраҡ бер нисә тапҡыр реконструкциялана. XIX быуат уртаһында АҠШ-тың эске райондарын үҙләштереүҙә мөһим роль уйнай.