Эске яныулы двигатель
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эске яныулы мотор — йылылыҡ двигателенең бер төрө, унда яғыулыҡ ҡатнашмаһы туранан-тура двигателдең эш камераһында (эсендә) яндырыла. Яныу продукттары эшсе есем барлыҡҡа килтерә. Бындай двигатель беренсел, химик булып тора һәм яғыулыҡ яныу энергияһын механик эшкә әйләндерә[1]. Эске яныулы, тәғәйенләнеше, ҡеүәт сығарыу ысулы һәм башҡа параметрҙары менән айырылып торған күп төрлө двигателдәр бар. Ҡеүәтле һәм еңел эске яныулы двигателдәр быға тиклем булмаған транспорт төрҙәрен (автомобиль, мотоцикл, винтлы һәм реактив самолеттар, вертолет, ракета, космос аппараттары, газ турбиналы судно) булдырыу, суднолар электр станцияларының һәм паровоздарҙың һөҙөмтәлелеген һәм экологик яҡтан таҙалығын күтәреү мөмкинлеген бирә. Моторлаштырыу кешеләрҙең тормошон тиҙләтеүгә, тотош автомобиль мәҙәниәтенең (АҠШ) барлыҡҡа килеүенә килтерә; хәрби эштәрҙә ғәҙәттән тыш емергес үлем машиналары (танк, истребителдәр, бомбардировщик, ғәҙәти һәм йәҙрә башлы ракеталар, торпедалы һыу аҫты кәмәһе һәм башҡалар) эшләү мөмкинлеген бирә.
Эске яныулы двигатель | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ICE |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Рудольф Дизель[d] һәм Николаус Отто[d] |
Асыу датаһы | 1924 |
Тауыш сығара | шум двигателя[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Двигатель внешнего сгорания[d] |
Эске яныулы двигатель Викимилектә |
Тышҡы яныулы двигателдәрҙең альтернатив ғаиләһе айырым яғыулыҡҡа һәм эш мөхитенә эйә, был йылылыҡ үткәргес йөҙлөк аша яныу йылылығын сағыштырмаса әкрен күсерергә мөмкинлек бирә — шуға күрә уларҙың ҡеүәте сағыштырмаса күпкә түбәнерәк.