![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/94/Walled_City_of_Baku.jpg/640px-Walled_City_of_Baku.jpg&w=640&q=50)
Эскәре шәһәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эскәре шәһәр (әзерб. İçərişəhər — Эскәрешәһәр), халыҡ телендә — ҡала[2] (әзерб. Qala), йәки «иҫке» ҡала[3] — боронғо мәхәллә — Баҡылағы тарихи-архитектура ҡурсаулығы Әзербайжан) . Яҡшы һаҡланған ҡәлғә диуарҙары менән аймап алынған иң боронғо өлөшө [4] һәм ҡаланың күренекле урыны. 221 мең м² майҙанлы, унда 1300-ләп ғаилә йәшәй.[5].
Эскәре шәһәр | |
әзерб. İçəri şəhər | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Сабаилский район[d] |
Майҙан | 221 000 квадрат метр |
Рәсми сайт | icherisheher.gov.az/lang… |
![]() | |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | V быуат[1] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Q19404384? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Ichery Sheher[d] |
![]() |
Ҡурсаулыҡҡа ингән биләмәлә бронза быуатында уҡ йәшәй башлағандар[5]. Археологик эҙләнеүҙәр Эскәре шәһәр ерендә VIII—XIбб. уҡ тығыҙ урынлашып йәшәй башлаған булғандар, сауҙа, төрлө кәсептәр үҫешкән булған.[6]. XV быуатта Ширваншаһ үҙенең резиденцияһын Шемаханан Баҡыға күсергән, был Эскәре шәһәрҙең үҫешенә килтергән.[3]. 1747дан 1806 йылға тиклем Баҡы нигеҙҙә Эскәре шәһәр сиктәрендә генә төйәкләнгән, Баҡы ханлығы баш ҡалаһы булған. 1806 йылда Баҡыны урыҫтар алғас, бигерәк тә нефть сығарыу артып киткәс ( XIX б.уртаһы — XX б.башы), Баҡы ҡәлғә тышына барып сыҡҡан.
Эскәре шәһәрҙең иң күренекле архитектура ҡомартҡыларынан - Ҡыҙ ҡәлғәһе (Ҡыҙ башняһы) һәм Ширваншаһтар һарайы[7]. Уларҙан тыш биләмәлә тиҫтәләрсә тарихи ҡомартҡылар һаҡлана - мәсеттәр, каруанһарайҙар, мунсалар, торлаҡ йорттар, музейҙар, вәкиллектәр, ҡунаҡханалар, сауҙа йорттары, кафе һәм ресторандар.
1977 йылда Эскәре шәһәр тарихи-архитектура ҡурсаулығы тип иғлан ителгән.[5], 2000 йылда Ширваншаһтар һарайы менән Ҡыҙ ҡәлғәһен индереп, Эскәре шәһәр ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән.