ЮХЛ беренселеге 2016/2017 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЮХЛ беренселеге 2016/2017 йылдар миҙгелендә — Юғары хоккей лигаһы беренселегенең икенсе миҙгеле. Элек ул «Рәсәй хоккей лигаһы» исеме аҫтында үткәрелә ине. Даими чемпионат, 2016 йылдың 16 сентябрендә «Тамбов» һәм «Ростов» хоккей клубтары командалары араһында уйын менән башланып, 2017 йылдың апрель айында Федерация кубогы өсөн финал уйындары менән тамамлана. Миҙгелдә 10 команда ҡатнаша.
Башы | 16 сентябрь 2016 |
---|---|
Аҙағы | 16 апрель 2017 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 270 |
Асыш кубогы | Ростов |
Чемпионат еңеүсеһе | Ростов (116) |
Бомбардир | ![]() |
Иң мәргән хоккейсы | ![]() |
Плей-офф | |
Федерация кубогы еңеүсе | Ростов |
Финалист | Славутич |
Серияла иҫәп | 4 : 1 |
ЮХЛ миҙгелдәре | |
←2015/16 | 2017/18→ |
2016 йылдың 15 декабренән башлап беренселектә өҫтәмә ваҡыт ХАХФ ҡағиҙәләре буйынса «өскә өс» форматында үткәрелә. Был ҡағиҙә даими миҙгелгә генә ҡағыла.
Беренсе этапта 79 мәрәй менән «Ростов» хоккей клубы еңә. Был команда даими миҙгелде лә шундай уҡ уңышҡа өлгәшә. Икенсе урынды «Мордовия» ала. Бронза миҙалдарҙы «Мордовия» хоккей клубы яулай.
Федерация кубогының финалында «Ростов» серияла 4-1 иҫәбе менән «Славутич» хоккей клубын ота һәм беренсе тапҡыр «ЮХЛ беренселегенең чемпионы» исемен яулай. Миҙгел теүәл ете ай дауам итә.