From Wikipedia, the free encyclopedia
Ядвига Пилсудская-Ярачевская (пол. Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska; 20 февраль 1920 йыл — 16 ноябрь 2014 йыл) — Польшаның хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре, Икенсе донъя һуғышы йылдарында осоусы.
Ядвига Пилсудская | |
пол. Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Польша |
Тыуған көнө | 28 февраль 1920 |
Тыуған урыны | Варшава, Польша Республикаһы[d] |
Вафат булған көнө | 16 ноябрь 2014 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Варшава, Польша |
Ерләнгән урыны | Старые Повонзки[d] |
Атаһы | Пилсудский Юзеф |
Әсәһе | Александра Пилсудская[d] |
Бер туғандары | Ванда Пилсудская[d] |
Хәләл ефете | Andrzej Jaraczewski[d] |
Балалары | Krzysztof Jaraczewski[d] һәм Joanna Onyszkiewicz[d] |
Нәҫеле | Пилсудские[d] һәм Q63531928? |
Һөнәр төрө | спортсы, офицер, архитектор, лётчик |
Эш урыны | Air Transport Auxiliary[d] |
Уҡыу йорто |
Ливерпульский университет[d] Ньюнхем-колледж[d] |
Ғилми дәрәжә | магистр[d] |
Хәрби звание | поручик[d] һәм лётчик-офицер[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | Королевские военно-воздушные силы Великобритании[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ядвига Пилсудская Викимилектә |
Ядвига Пилсудская 1920 йылдың 28 февралендә Варшавала Польша маршалы Юзеф Пилсудскийҙың һәм уның буласаҡ икенсе ҡатыны Александраның (ҡыҙ фамилияһы Щербинская) ғаиләһендә тыуған. Ул ваҡытта, беренсе ҡатыны айырылышыуға ризалыҡ бирмәү сәбәпле, улар никахта булмай, тәүге ҡатыны 1921 йылда вафат булғандан һуң ғына өйләнешәләр. Ядвиганың ҡиәмәтлек атаһы — буласаҡ премьер-министр Валерий Славек[1]. Ядвиганың Ванда исемле өлкән апаһы була.
Бала сағы башлыса Варшавала үтә, унда ул 1921 йылдан алып 1922 йылға тиклем Бельведер һарайында йәшәй, 1923 -1926 йылдарҙа — Сулеювеко виллаһында[2]. 1926 йылғы май түңкәрелешенән һуң Пилсудскийҙар Бельведерға күсенәләр һәм унда Юзефтың 1935 йылда вафатына тиклем йәшәйҙәр[3], һуңынан Ядвига апаһы һәм әсәһе менән атаһының йөрәген Вильно кәшәнәһендә ерләүҙә ҡатнаша[4]
Бельведерҙә ойошторолған бала-һалдаттар мәктәбендә уҡый, ә һуңғараҡ апаһы Ванда менән Поссельт исемендәге мәктәбендә уҡыйҙар, 1939 йылда Ядвига урта белем тураһында диплом дәрәжәһен ала.
Авиация менән мауығыу 12 йәшендә самолеттар моделдәрен төҙөүҙән башлана [5], ә 17 йылда ул планеристар мәктәбен тамамлай. 1937 йылда Ядвига планерҙарҙа оса башлай һәм «A»-нан «D»-ға тиклем бөтә категориялы осоусы лицензияһын ала, был ваҡытҡа ул планерҙарҙа 100-ҙән ашыу сәғәт үткәрә. Бынан һуң ул Варшава политехник институтындағы инженер механика факультетында авиация төҙөлөшөн өйрәнергә теләй[6]. Немец һәм совет ғәскәрҙәре 1939 йылдың сентябрендә Польшаға бәреп инеү һөҙөмтәһендә Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң Ядвига әсәһе һәм апаһы менән бергә Ҡыҙыл тәре эшендә ҡатнаша, һуңғараҡ Вильноға күсенә, ғаиләһе махсус самолеты менән Латвиянан Швеция һәм Великобритания аша эвакуациялана, унда уларҙы илсе Эдвард Рачинский ҡабул итә[2].
1940 йылда Кембридж университетының Ньюнэм колледжына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Ядвига бер нисә тапҡыр Хәрби-һауа көстәренә инергә маташа һәм бер ни тиклем ваҡыт үткәс? самолет осоусыһы пилоты лицензияһын ала, ә 1942 йылдың июлендә Бөйөк Британия Король Хәрби-һауа көстәре составындағы Ярҙамсы осоу частарына ҡушыла[7]. Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң Ядвига поручик дәрәжәһенә лайыҡ була[8], Икенсе бөтә донъя һуғышында осоусы сифатында ҡатнашҡан бер нисә поляҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе була. 1943 йылдың ноябрендә командование Ядвига Пилсудскаяны урта кимәлдән юғарыраҡ оҫталығы булған перспективалы осоусы тип баһалай. Дөйөм алғанда, Ядвига 21 самолет төрөндәге 230 самолетта 312 сәғәт һәм 35 минут һауала үткәрә, үҙенең хеҙмәте өсөн ҡылыслы Бронза Ҡаҙаныштар тәреһе менән бүләкләнә<[5].
1944 йылда Ядвига, уҡыуын дауам итеү өсөн, үҙ теләге менән хәрби хеҙмәттән китә, Ливерпуль университетының архитектура мәктәбенә уҡырға инә һәм уны 1946 йылда архитектура өлкәһендәге магистр дәрәжәһе менән тамамлай. Бынан тыш, коммунистар Польшала власҡа килгәндән һуң Ядвига сәйәси эмигрант булараҡ Бөйөк Британияла йәшәй, әммә британ подданныйлығын ҡабул итмәй, Польшанан башҡа, бөтә донъя илдәре өсөн ғәмәлдә булған Нансен паспортын ҡуллана[9]. Лондонда йәшәгән саҡта Ядвига үҙ проекты буйынса йортон төҙөй, ә һуңғараҡ Лондон графлығы Советының Ҡала планлаштырыу бүлегенә эшкә инә. Һуңыраҡ ире менән бергә лампалар, бра һәм үҙ дизайны буйынса йорт йыһаздары етештереү буйынса ғаиләһе өсөн килем сығанағы булған ҙур булмаған компания аса. Бынан тыш, ғаилә «Теләктәшлек» профсоюзы өсөн ярҙам ойоштора, сәйәси тотҡондарҙы азат итеү өсөн көс һала һәм Польшалағы демократик оппозицияға теләктәшлек күрһәтә.
Польшала власть алышынғандан һуң, 1990 йылдың көҙөндә, Ядвиға ғаиләһе һәм апаһы менән тыуған иленә ҡайтырға ҡарар итә һәм Варшавала йәшәй башлай. Ул Пилсудскийҙар ғаиләһе фонды, Юзеф Пилсудский институты, Сулеювектағы Пилсудскийҙар усадьбаһын тергеҙеү һәм унда музей булдырыу эшендә әүҙем ҡатнаша, бер үк ваҡытта авиация пенсионерҙары йыйылыштарында һәм авиасалондаҙа ҡатнаша. Апаһы Ванда 2001 йылда вафат була.
2008 йылдың 28 февралендә Польша президенты Лех Качиньский Ядвигаға Икенсе донъя һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы һәм батырлығы, поляк халҡының тарихын һәм традицияларын популярлаштырыуына индергән ҙур өлөшө һәм маршал Юзеф Пилсудскийҙың ҡаҙаныштары тураһында иҫтәлекте һаҡлаған өсөн «Польша Яңырыуы Ордены Командоры» дәрәжен бирә[10][11].
2012 йылда Ядвига Польша президенты Бронислав Коморовский менән бергә Бельведер һарайында Юзеф Пилсудскийҙың музей-кабинетын асыуҙа ҡатнаша[12].
Ядвига Пилсудская 2014 йылдың 16 ноябрендә Варшавала 94 йәшендә туғандары һәм яҡындары араһында вафат була[2][13][14][15].
Ерләү тантанаһы 21 ноябрҙә Варшавала Изге Карло Борромео сиркәүендәге «Старые Повонзки» зыяратында ерләнә. Ерләүҙә президент Бронислав Коморовский ҡатнаша[16][17][18].
1944 йылда Польша Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицеры Анджей Ярачевскийға кейәүгә сыға. Никахта ике бала тыуа.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.