Яҡтылыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яҡтылыҡ — физик оптикала кеше күҙе ҡабул итә торған электромагнит нурланыш. Яҡтылыҡ биләгән спектр диапазонының ҡыҫҡа тулҡынлы сиге итеп тулҡындарҙың вакуумда 380—400 нм (750—790 ТГц), ә оҙон тулҡынлы сиге итеп 760—780 нм (385—395 ТГц)[1] оҙонлоҡтағы участкаһы алынған.
Физик оптиканан ситтә ҡулланылған киң мәғәнәлә бөтә төр оптик нурланышты яҡтылыҡ тип йөрөтәләр[2], йәғни ул төшөнсәгә тулҡындарының оҙонлоғо бер нисә нанометрҙан миллиметрҙың ундан бер өлөшөнә тиклемге диапазонда булған электромагнит нурланыш инә[3]. Был осраҡта «яҡтылыҡ» төшөнсәһенә күҙгә күренгән нурҙарҙан тыш, инфраҡыҙыл нурланыш та, ультрамиләүшә нурланыш та ҡарай.
Физиканың яҡтылыҡты өйрәнгән киҫәге оптика тип атала.
Яҡтылыҡ вакуумда даими таралыу тиҙлегенә эйә булған электромагнит тулҡын тип тә, билдәле бер энергияға, импульсҡа, үҙенең импульс мәленә һәм нулдәге массаһына эйә булған фотондар ағымы тип тә ҡарала ала.