Ҡала
торлаҡ пункт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡала — ҡағиҙә булараҡ, ауыл хужалығынан тыш башҡа эштәр менән шөғөлләнеүселәр йәшәгән урын.
Ҡала — халыҡ йәшәгән эре тораҡ пункт, унда йәшәгән кешеләр ауыл хужалығы менән шөғөлләнмәй. Үҫешкән хужалыҡ комплексы, иҡтисады бар, архитектура һәм инженер ҡоролмалар тупланмаһы булып һанала.
Ҡала термины ултыраҡ тирәләй һаҡланыу ҡоймаһы ер ҡулсаһы йәки ҡала стенаһы булыуҙан килеп сыҡҡан. Боронғо рус дәүләтендә ҡала тип ошондай ҡойма менән уратып алынған һәм халыҡ йәшәгән һәр эре пункт аталған. Ҡалалар сәнғәт һәм һөнәрселек, техник ҡаҙаныштар үҫеше үҙәге булып хеҙмәт иткән.
Үҫә килә, ҡалалар ҡала агломерациялары булдыра. Континенттар һәм илдәр өсөн айырыуса мөһим ролде баш ҡалалар һәм миллиондан ашыу халҡы булған агломерациялар, шул иҫәптән мегалополистар һәм глобаль ҡалалар уйнай.
Дөрөҫ ҡала төҙөлөшөн өйрәнеү менән махсус дисциплина — ҡала төҙөлөшө шөғөлләнә. Ул ҡала төҙөлөшө ҡағиҙәләрен, закондарын өйрәнә. Ҡала төҙөлөшө архитектура өлкәһендә барлыҡҡа килә. Тора-бара ҡалалар ҙурая төшә һәм уларҙы планлаштырыу өсөн гигиена, иҡтисад, экология, транспорт һ.б. тураһында өҫтәлмә белем кәрәк була.[1].