From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡандра-Ҡотой (рус. Кандры-Кутуй) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 713 кеше[3]. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827003.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | |||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ҡандра- Ҡотой-Ҡандракүл буйында урынлашҡан ауыл. Ауылға 1795 һәм 1816 йылдар араһында Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы Ҡандракүл ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе лә билдәле. Ул- Ҡотой Көҙәймәтов. 1865 йылда 48 йортта 272 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет (1887 йылда төҙөлгән), бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл халҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Халҡы: 1906—580 кеше; 1920—804; 1939—847; 1959—669; 1989—718; 2002—704; 2010—651 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡандра урта мәктәбе № 1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылдың билдәле шәхестәре: Р. М. Буранғолова, Р. М.Ғәйфуллина.[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.