Ҡан әйләнеше
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡан әйләнеше — организмда ҡандың циркуляцияһы. Ҡан йөрәктең ҡыҫҡарыуы (тибеше) һөҙөмтәһендә тамырҙар буйлап хәрәкәт итә. Ҡан организмдың туҡымаларын кислород, туҡлыҡлы матдәләр, гормондар менән тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта күҙәнәктәрҙәге матдәләр алмашыуы продуктарын йыйып ала һәм уларҙы бүлеп сығарыу ағзаларына еткерә.
Ҡандың кислород менән байыҡтырылыуы — үпкә, ә туҡлыҡлы матдәләр менән туйындырылыуы аш һеңдереү ағзалары аша бара.
Бауырҙа һәм бөйөрҙә метаболизм продуктары нейтралләшә һәм сығарыла. Ҡан әйләнеше процесы гормондар һәм нервы системаһы аша көйләнә.
Ҡоро ер организмдарының ҡаны ике ҡан әйләнеше түңәрәге: кесе ҡан әйләнеше түңәрәге (үпкә аша) һәм ҙур ҡан әйләнеше түңәрәге (ағзалар һәм туҡымалар аша) буйлап әйләнә.
Ҡан әйләнеше — кешенең һәм хайуандарҙың йәшәйешендә бик мөһим фактор. Ҡан даими әйләнеп, хәрәкәтләнеп торғанда ғына үҙ функцияларын үтәй ала.
Кешенең һәм күпселек хайуандарҙың ҡан тамырҙары системаһы йөрәктән, туҡымаларға һәм ағзаларға ҡанды килтереп һәм йөрәккә ҡайтарып торған тамырҙарҙан ғибәрәт .
Ағзаларға һәм туҡымаларға ҡан килтереп торған тамырҙар артерия тип атала. Артериялар вағыраҡ артерияларға, артериолдарға, ниһайәт, капиллярҙарға тармаҡлана .
Вена тамырҙары аша ҡан йөрәккә кире ҡайта. Ҡоштарҙың, имеҙеүселәрҙең йөрәктәре дүрт камералы була.