From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаҙағстан менән Европа берлеге араһындағы мөнәсәбәттәр ― Ҡаҙағстан Республикаһының Европа берлеге менән дөйөм тышҡы сәйәсәт һәм сауҙа мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара мөнәсәбәттәр.
Ҡаҙағстан Һәм Европа союзы | |
Ҡатнашыусылар | Ҡаҙағстан һәм Европа Берләшмәһе |
---|---|
Ике яҡлы мөнәсәбәттәр 1994 йылда төҙөлгән партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү менән көйләнә[1]. Ҡаҙағстандың Европа союзы һәм уның ағзаһы булған дәүләттәр менән партнерлығын һәм хеҙмәттәшлеген киңәйтеү ил парламентында 2016 йылдың мартында ратификациялана[2]. Ҡаҙағстан шулай уҡ Европа берлегенең Урта Азияла Яңы партнерлыҡ программаһына инә[3].
Ҡаҙағстан менән Евросоюздың хеҙмәттәшлек Советы йыл һайын йыйыла һәм ике яҡлы партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү үткәреү органы булып тора[4]. Был Совет һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған күп мәсьәләләрҙе: сәйәси, суд һәм иҡтисади реформалар, хоҡуҡ өҫтөнлөгө принцибы, сауҙа һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, төбәктә тотороҡлолоҡто һаҡлауҙы тикшерә[5].
2016 йылдың 4 октябрендә үткән 15-се сессия барышында Совет киңәйтелгән партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе хуплай[6].
2002 йылдан Европа берлеге Ҡаҙағстандың эре сауҙа партнеры булып тора һәм илгә экспорт 40 процентҡа етә. Тәү сиратта, был экспорттың 80 процентын нефть һәм газ менән тәьмин итеү алып тора. Дөйөм алғанда, шул йыл эсендә Ҡаҙағстандан Европа берләшмәһенә тауарҙар импорты 13,35 миллиард евро һәм 1,52 миллиард евролыҡ хеҙмәттәр тәшкил итә. Евросоюз Ҡаҙағстанға 6,04 млрд евролыҡ тауар экспортлай һәм 1,92 млрд евролыҡ хеҙмәт күрһәтә. 2006 йылда Ҡаҙағстанға һалынған 7,3 миллиард долларлыҡ тура сит ил инвестицияларының яртыһы Европа берлеге илдәренән килә. Европа берләшмәһенә эре энергия менән тәьмин итеүсе булараҡ, Европа берлеге Ҡаҙағстандың Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүен хуплай.
Ҡаҙағстан Европа берләшмәһенә башлыса энергия сығанағы ә Европа берлеге машиналар, транспорт ҡорамалдары, шулай уҡ химия сәнәғәте продукцияһы экспортлай[7].
Ҡаҙағстан менән партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү (СПС) ЕС менән Ҡаҙағстандың ике яҡлы мөнәсәбәттәре өсөн хоҡуҡи нигеҙ булып тора, 1999 йылда көсөнә инә. 2006 йылдың ноябрендә Европа берлеге менән Ҡаҙағстандың энергетика хеҙмәттәшлеге тураһында меморандумға ҡул ҡуйыла, ул хеҙмәттәшлекте көсәйтеү өсөн нигеҙ булдыра. Ҡаҙағстан иҡтисади һәм сәйәси интеграцияның көсәйеүен илде модернизациялау һәм үҫтереү гарантияһы тип таный[8].
Ҡаҙағстандың элекке президенты Нурсолтан Назарбаев инициативаһы буйынса «Йәшел» иҡтисадҡа күсеү концепцияһы 2013 йылдың 30 майында эшләнә һәм ҡул ҡуйыла[9]. 2015 йылда Европа Союзы һәм Ҡаҙағстан Ҡаҙағстандың йәшел иҡтисад моделенә күсеүенә ярҙам итеү буйынса проект башлай. Концепцияны тормошҡа ашырыу өс этапта тормошҡа ашырыласаҡ:
Проект Европа берлеге тарафынан финанслана һәм БМО-ның Үҫеш программаһы тарафынан тормошҡа ашырыла. 2018 йылдың 31 октябрендә «Ҡаҙағстанға йәшел иҡтисад моделенә күсеүгә булышлыҡ итеү» проектының йомғаҡлау конференцияһы, шулай уҡ «Ҡаҙағстан Республикаһының „һалҡын“ төбәге — Астана ҡалаһы шарттарында юғары технологиялы теплица төҙөү» пилот проектын асыу тантанаһы үтә[10].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.