Ҡаҙаҡ ырыуы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаҙаҡ ырыуы (ҡаҙ. ру) — ырыу тип исемләнгән билдәле бер төркөмгә ҡарауҙы белдересе термин. Уларҙа бөтәһенә лә уртаҡ хәрби оран — ұран була. Аҡһаҡалдар тарафынан идара ителә. Шулай уҡ һәр ырыуҙың үҙенә тәғәйен тамғаһы булған. 20-нән ашыу ҡәбилә, 200-ләп ырыу һәм меңләп ара бар.
Ҡаҙаҡ йолаһы буйынса, һәр ҡаҙаҡ үҙенең 7 ырыуына тиклемге ата-бабаһын, йәғни, ырыу генеалогияһын һәм үҙ затының шәжәрәһен белергә тейеш.