ҠҠХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ҠҠХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының өсөнсө миҙгеле. Даими беренселек 16 сентябрҙә үткән миҙгелдең чемпионы «Торнадо» һәм бронза миҙалсыһы «Динамо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм 5 апрелдә тамамлана. Шулай уҡ ҠҠХЛ чемпионы был миҙгелдән плей-офф аша билдәләнә башлай. Ҡатнашҡан командалар составы лига нигеҙләнеүенән бер үк ҡала: турнирҙа Рәсәйҙең 7 ҡалаһынан 7 команда ҡатнаша.
Башы | 16 сентябрь 2017 |
---|---|
Аҙағы | 23 апрель 2018 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 84 |
Чемпионат еңеүсеһе | ![]() |
Бомбардир | ![]() |
Плей-офф | |
Чемпион | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 3 : 0 |
ҠҠХЛ миҙгелдәре | |
←2016/17 | 2018/19→ |
Миҙгелдә Ҡышҡы Олимпия уйындарына (9—25 февраль), йәштәр донъя чемпионатына (6—13 ғинуар), Европа кубогына (15—19 апрель), ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынына (10 ғинуар) һәм Рәсәй йыйылма командаһының төрлө дуҫтарса осрашыуҙарына һәм турнирҙарына тәнәфес ҡаралған[1].
Икенсе ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны 2018 йылдың 10 ғинуарында Астанала үтә. Шунда Көнсығыш командаһы 3:2 иҫәбе менән Көнбайыш командаһынан көслөрәк була.
Даими миҙгелдә тәүге тапҡыр беренсе урында Өфөнән «Ағиҙел» хоккей клубы яулай. Шул уҡ команда плей-оффта бер тапҡыр ҙа еңелмәй төп трофейҙы яулай һәм үҙ тарихында тәүгегә чемпион була. Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип «Ағиҙел» һөжүмсеһе Ольга Сосина таныла.