Һаба[1] — йылҡының кәүҙә өлөшө тиреһенән ыҫлап эшләнгән ҡымыҙ бешеү һауыты. Бәләкәйерәк дәүмәллеһе турһыҡ тип атала, ул ваҡ мал тиреһенән эшләнә. Ғәҙәттә юлға сыҡҡанда ҡымыҙҙы, айранды йә һыуҙы турһыҡҡа ҡойоп алғандар. Урыҫ халҡында ул «бурдюк» тип атала һәм шулай уҡ шыйыҡ эсемлектәр һаҡлау, йөрөтөү өсөн ҡулланылған. Һаба Шәреҡтә, Себер һәм Урта Азия халыҡтарында киң таралған булған[2].

Thumb

Һаба һәм турһыҡ өсөн малдың тиреһен муйын уйымы аша ғына һыҙырып алалар. Артабан уның йөнлө өлөшө эскә ҡалдырыла, ә тыш яғынан тоҙға ҡатырыла. Эсенә ыҫмала һөртөлә. Муйын, бот уйымдары бәйләп ҡуйыла, бер бот урыны һауытҡа эсемлек ҡойорға ҡалдырыла[2].

Ныҡлы, йыртылып бармаған ҙур һабаларҙы буйвол йә үгеҙ тиреләренән дә эшләгәндәр. Турһыҡтар өсөн кәзә, һарыҡ, бәрәс тиреләре лә ҡулланылған. Борон бигерәк тә Азия илдәрендә шыйыҡлыҡ һаҡлау өсөн берҙән-бер һауыт булһа, мискә эшләү киң тарала башлағас, ул ҡулланыштан төшөп ҡала бара. Турһыҡ еңел булыуы, урынды әҙ алыуы арҡаһында ылауҙа йөрөтөү өсөн яйлы. Уның менән май ҙа, шарап та, хатта нефть тә ташығандар.

Турһыҡтарҙы шулай уҡ май бешеү, сыр эшләү өсөн да файҙаланғандар[2].

Хәрби хужалыҡта ла һаба, турһыҡтар күпер булмаған ерҙәрҙә тиҙ генә аръяҡҡа сығыу өсөн һәм һал һаллау өсөн тотонолған. Бер-береһенә бәйләп, уларҙан ныҡлы понтон күперҙәр яһағандар, шәреҡтә алып барылған һуғыштарҙа Рәсәй ғәскәрҙәре шул рәүешле һалдаттарҙы һәм хатта артиллерия ҡоралдарын да икенсе ярға сығарған[2].

Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа

  • Табындағы табаҡ-табаҡ ит ашалып, һабаларҙағы ҡымыҙ эселеп бөткәс, хан көрәш башларға әмер бирә[3].
  • Ишек төбөндә өлкән ҡара һаба тора. Һаба аяғы менән бешкәгенә көмөш сабылған[4].

Һаба итек

Башҡорт халҡының тиренән тегелгән аяҡ кейемдәре араһында «һаба итек» тигәне лә булған. Уны ат тиреһенән йөнөн тышҡа ҡалдырып теккәндәр. Ҡара: унты

Һаба йыйыу

Һаба йыйыу уйыны туйҙың дөйөм өлөшө тамамланғас, тороп ҡалған ҡымыҙҙы, аҙыҡ-түлекте йыйып аулаҡ ойоштороу. Уны ҡыҙ яғынан килгән йәш ҡоҙалар ойошторған.

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.