Әзербайжан Милли сәнғәт музейы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рөстәм Мостафаев исемендәге Әзербайжан Милли сәнғәт музейы[1] (әзерб. Rüstəm Mustafayev adına Azərbaycan Milli İncəsənət Muzeyi) — Әзербайжандың иң ҙур сәнғәт әҫәрҙәре музейҙарының береһе, унда 17000 берәмек сәнғәт әҫәре һаҡлана[1]. Музей 1936 йылда нигеҙләнә[2], 1943 йылда уға Әзербайжандың театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күренекле әзербайжан театр рәссамы Рөстәм Мостафаевтың исеме бирелә[3].
Әзербайжан Милли сәнғәт музейы | |
әзерб. Azərbaycan Milli İncəsənət Muzeyi | |
Нигеҙләү датаһы | 1936 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Azərbaycan Dövlət İncəsənət Muzeyi һәм Azərbaycan Milli İncəsənət Muzeyi |
Хөрмәтенә аталған | Мустафаев, Рустам Мамед оглы[d] |
Менеджер/директор | Чингиз Фарзалиев[d] |
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Баҡы |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Баҡы, Әзербайжан |
Бағышланған | Сәнғәт |
Архитектор | Николай Августович Нонне[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 6 май 1937 |
Адрес | Niyazi küç. һәм 9-11 |
Рәсми сайт |
nationalartmuseum.az/?la… nationalartmuseum.az/?la… nationalartmuseum.az/?la… |
URL-да тасуирланған | bakupages.com/pages/muse… |
Страница учреждения на Викискладе | National Art Museum of Azerbaijan |
Әзербайжан Милли сәнғәт музейы Викимилектә |
Әлеге ваҡытта музей Баҡылағы XIX быуат аҙағында төҙөлгән ике иҫке бинала урынлашҡан. Музей залдарына Әзербайжан, Көнбайыш Европа, Рәсәй, Көнсығыш сәнғәт өлгөләре ҡуйылған. Музей тупланмаһы экспонаттары Канадала (1966), Кубала (1967), Сүриәлә (1968), Францияла (1969), Чехословакияла (1970), Алжирҙа (1970), Ираҡта (1971) күрһәтелә[4]. Музей шишәмбенән йәкшәмбегә тиклем 10:00—18:00 сәғәттәрҙә асыҡ.