Әзербайжан флагы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан Республикаһы Флагы (әзерб. Azərbaycan Respublikasının bayrağı) — Әзербайжан гимны һәм гербы кеүек үк рәсми дәүләт символы булып тора. Флаг 1918 йылдың 9 ноябрендә 1920 йылға тиклем йәшәгән Әзербайжан Демократик Республикаһының, ә 1991 йылдың 5 февраленән, ошо йылда уҡ үҙаллылығын иғлан иткән Әзербайжан Республикаһының дәүләт флагы сифатында раҫлана. Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Әлиевтың 2009 йылдың 17 ноябрендәге указына ярашлы, Әзербайжан Демократик Республикаһы иҫтәлегенә арнап, һәр йыл 9 ноябрь Әзербайжан Республикаһының Дәүләт флагы көнө булараҡ билдәләнә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Юрисдикция таралышы ...
Әзербайжан флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 ноябрь 1918 |
---|---|
Юрисдикция таралышы | Әзербайжан |
Жанр | Горизонталь өс буйлы флаг[d] |
Булдырыусы | Гусейнзаде, Али-бек Гусейн оглы[d] |
Соотношение сторон | 2:1[d] |
Төҫ | светло-синий[d], Ҡыҙыл төҫ, Йәшел һәм аҡ |
Һүрәтләнгән объект | Звезда и полумесяц[d], ярым ай[d], поле[d] һәм восьмиконечная звезда[d] |
Проектлаусы | Гусейнзаде, Али-бек Гусейн оглы[d] |
Әзербайжан флагы Викимилектә |
Ябырға