Өфө кремле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өфө кремле — беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған тарихи ҡоролма. Ул Иҫке Өфө янында, хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынында урынлашҡан булған.
Ул дөйөм оҙонлоғо 440 метр арауығындағы ағас диуарҙан торған.[1]. Көньяҡтан һәм төньяҡтан имән башнялары булған.
Ул Михайлов башняһынан, Николь башняһынан, Мөйөш башняһынан, Воевода йортонан, фарман өйөнән, Смоленск соборынан, сиркәү манараһынан, иген келәттәренән, һәм төрмәнән торған.