28 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 179-сы (кәбисә йылында 180-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 186 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
тулы исемлек
- 1919: Милләттәр Лигаһы ойошторола.
- 1988: СССР-ҙа сәйәси реформалар тураһында ҡарарҙар ҡабул иткән КПСС-тың XIX Бөтә Союз конференцияһы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (1955), ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2017 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. 2010 йылдан «Рәсәй юристар ассоцияцияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Полиция генерал-майоры (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
- Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы (1975), ғалим-философ. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2009), доцент (2013).
- Ләйсән Үтәшева (1985), Рәсәй спортсыһы һәм телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы. Художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, команда иҫәбендә донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы; халыҡ-ара спорт комментаторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Әхтәмов Ислам Әхтәм улы (1921— ?), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, майор. Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Ситдиҡов Фәнил Ситдиҡ улы (1936—09.1995), хужалыҡ, совет һәм партия органдары эшмәкәре. 1975 йылдан Илеш район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1982—1991 йылдарҙа КПСС-тың Борай район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының бер нисә саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Дөмәй ауылынан.
- Кәримова Зинаида Фёдоровна (1941), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1983—1998 йылдарҙа Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1998—2005 йылдарҙа ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Тауар етештереүселәр советы рәйесе. 1980—1995 йылдарҙа ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1995). Ҡаланың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Каменка ҡалаһынан.
- Низаметдинов Мөнәүис Зөфәр улы (ижади псевдонимы Мөнәүис Низами; 1961), уҡытыусы, журналист, шағир. «Нурлы Илеш» гәзите мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрнәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кирәй Мәргән (1912—24.01.1984), журналист, ғалим-фольклорсы, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1954 йылдан — сектор мөдире; 1965—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969—1982 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Рәшит Йыһанов (1952), композитор, педагог, йәмәғәтсе. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1977—2012 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2001 йылдарҙа композиция кафедраһы мөдире. 1992—1995 йылдарҙа Рәсәй Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, 1992—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мифтәхетдинов Нурхәниф Шәһәбутдин улы (1928), агроном, комсомол органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы, йәмәғәтсе. 1952—1954 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Дүртөйлө район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире; 1957 йылдан Карл Маркс исемендәге колхоз агрономы, баш агрономы, 1985—1988 йылдарҙа — рәйес урынбаҫары; 1969—1985 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе. 1988—2018 йылдарҙа Тәкәрлек ауылы ветерандар советы рәйесе; 1996—2002 йылдарҙа ветерандарҙың «Беҙ ҡабыҙған уттар» хоры етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1967) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1967), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1879) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1967, 1972) ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Кознов Александр Вячеславович (1963—20.12.2009), СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1990 йылдан Мәскәүҙәге Евгений Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1860: Сергей Платонов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың тарихсы ғалимы.
- 1930: Николай Каретников, СССР һәм Рәсәй композиторы, авангардист.
- 1940: Мөхәммәт Юныс, Бангладеш банкиры, Нобель премияһы лауреаты.
- 1940: Павел Финн, СССР киносценарисы, актёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
- 1945: Розалина Шәһиева, СССР һәм Рәсәйҙең сәнғәт белгесе, шағир, тәржемәсе һәм рәссам. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017).
- 1955: Николай Зимятов, СССР спортсыһы, саңғысы, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға