Бөжәктәр (лат. Insecta, Insecta-Ectognatha, Ectognatha) — умыртҡаһыҙ быуынтыҡ аяҡлы хайуандар класы ((башҡа классификация буйынса — ярым класс[1]).
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Бөжәктәр |
Ҡамҡа Coccinella |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Юғары класс: | Алты аяҡлылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Insecta Leach, 1815
|
Ярым класс һәм инфракласс: |
---|
- Ҡанатһыҙ бөжәктәр (Apterygota)
- Monocondylia
- Ҡанатлы бөжәктәр (Pterygota)
- Открыточелюстные (Ectognatha, устаревший)
- Щетинохвостковые (Triplura)
|
|
|
Ябырға
Күбаяҡтар менән трахеялылар ярымтибына ҡарай. Күбәләк, ҡуңыҙ, себен, ҡырмыҫка, бал ҡорто һәм башҡаларҙы иҫәпкә алып, ерҙәге башҡа хайуандар араһында күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Бөжәктәрне өйрәнеүсе фән энтомология тип атала.
Бөжәктәр — быуынтыҡ аяҡлыларҙың иң юғары төҙөлөшлө һәм төрло йәшәү шарттарында: ҡоро ерҙә, һауала, һыуҙа тереклек итергә яраҡлашҡан ҙур классы. Бөжәктәрҙең үҫеше һәм туҡланыу сығанаҡтарына яраҡлашыуы планетала ҡоро ер үҫемлектәре эволюцияһына бәйләнгән.
Ябыҡ орлоҡлолар килеп сыҡҡас, уларҙы һеркәләндереүсе булараҡ, бөжәктәр көслө үҫеш алған һәм планетала киң таралған.
Бөжәктәр (Insecta), буынтыҡ аяҡлылар тибындагы хайуандар классы. Ерҙәге хайуандарҙың боронғо (девондан бирле), иң күп һанлы һәм төрлө төркөмө. 1 млн самаһы төрө билдәле, ысын барлыҡта 1,5-2 млн данда кәм булмауы ихтимал; Антарктиданан башҡа бөтә континенттарҙа да таралғандар.