Айырым сығарылма
Математик анализда айырым сығарылма (беренсе сығарылма) — бер нисә үҙгәреүсәнле функция осрағына сығарылма төшөнсәһенең дөйөмләштереүҙә From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Математик анализда айырым сығарылма (беренсе сығарылма) (рус. Частная производная) — сығарылма төшөнсәһенең бер нисә үҙгәреүсәнле функция осрағына дөйөмләштереүҙәренең береһе. Айырым сығарылма — ул һайланған үҙгәреүсән буйынса функцияның артымының был үҙгәреүсәндең артымына сағыштырмаһының, был артым нулгә ынтылғандағы сикләнмәһе.
функцияһының үҙгәреүсәне буйынса айырым сығарылмаһы ғәҙәттә , йәки тип тамғалана. Үҙгәреүсәндәр нумерланған осраҡта, мәҫәлән , шулай уҡ һәм тамғалауҙары ҡулланыла.
функцияһының нөктәһендә айырым сығарылмаһы ошолай билдәләнә:


Remove ads
Тамғалау
Иғтибар итергә кәрәк, тамғалауын, - функцияның бер үҙгәреүсәндән ғәҙәттәге сығарылмаһынан айырмалы рәүештә, бөтөн символ итеп аңларға кәрәк, уны функцияның һәм аргументтың дифференциалдарының сағыштырмаһы итеп күрһәтергә мөмкин. Ләкин, айырым сығарылманы ла дифференциалдар сағыштырмаһы итеп күрһәтергә мөмкин, әммә был осраҡта мотлаҡ рәүештә функцияның артымы ниндәй үҙгәреүсән буйынса башҡарыла икәнен күрһәтергә кәрәк: , бында — функцияһының үҙгәреүсәне буйынса айырым дифференциалы. Йыш ҡына символының бөтөнлөгөн аңламау хаталарҙың һәм аңлашылмаусанлыҡтарҙың сәбәбе булып тора, мәҫәлән, аңлатмаһында -ты ҡыҫҡартыу кеүек[1].
Remove ads
Геометрик интерпретация
Геометрик, айырым сығарылма координаталар күсәрҙәренең береһе йүнәлеше буйынса сығарылманы бирә. функцияһының нөктәһендә координатаһы буйынса айырым сығарылмаһы йүнәлеше буйынса сығарылмаһына тигеҙ, бында 1 -сы урында тора.
Remove ads
Миҫалдар

Конустың V күләме h бейеклегенә һәм r радиусына
- формулаһына ярашлы бәйле
V күләменең r радиусына ҡарата айырым сығарылмаһы
ул конустың, әгәр уның радиусы үҙгәрһә, ә бейеклеге үҙгәрешһеҙ ҡалһа, күләменең үҙгәреү тиҙлеген күрһәтә. Мәҫәлән, әгәр күләм үлсәү берәмеге , ә оҙонлоҡ үлсәме тип иҫәпләгәндә, юғарыла күрһәтелгән сығарылма күләм үлсәме тиҙлеге үлсәмлегенә эйә буласаҡ, йәғни радиус дәүмәленең 1 -гә үҙгәреүе конус күләменең -гә үҙгәреүенә тап килә.
h-ҡа ҡарата айырым сығарылма
ул конустың, әгәр уның бейеклеге үҙгәрһә, ә радиусы үҙгәрешһеҙ ҡалһа, күләменең үҙгәреү тиҙлеген күрһәтә.
V-тың r һәм h-ҡа ҡарата тулы сығарылмаһы
һәм
Тулы һәм айырым сығарылма араһында айырма — һуңғыһында үҙгәреүсәндәр араһында ситләтелгән бәйлелекте бөтөрөүҙән ғибәрәт.
Әгәр (ниндәйҙер сәбәптәр буйынса) конустың пропорциялары үҙгәрешһеҙ ҡалһа, бейеклек һәм радиус билдәләнгән k нисбәтендә ҡалалар
Был r-ға ҡарата тулы сығарылманы бирә:
Айырым сығарылмалар ингән тигеҙләмәләр айырым сығарылмаларҙа дифференциаль тигеҙләмәләр тип аталалар һәм физикала, инженерияла һәм башҡа фәндәрҙә һәм ғәмәли дисциплиналарҙа киң билдәлеләр.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads