Айытов Валерий Факил улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Айытов Валерий Факил улы (26 ғинуар 1955 йыл, Ҡыҙыл Шишмә (Нуриман районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй педагог-методисы. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006).

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Ҡыҫҡа факттар Тышҡы һүрәттәр ...
Remove ads

Биографияһы

Айытов Валерий Факил улы 1955 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында тыуа.

1976 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. Ситтән тороп А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия университетында аспирантура һәм докторантура үтә.

1976—1978 йылдарҙа Благовещен ҡалаһының 2-се урта мәктәбе, 1978 йылда Павловка балалар шифаханаһы эргәһендәге мәктәп уҡытыусыһы.

1979 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләй (1995 йылдан алып сит телдәр кафедраһы мөдире).

2006 йылда Валерий Айытов Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы наградыһы менән бүләкләне. 2007 йылда педагогия фәндәре докторы исемен яулай.

Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда сит телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу проблемаларына арналған.

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Remove ads

Наградалары һәм бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006)

Ғилми хеҙмәттәре

  • Проблемно-проектный подход в иноязычном образовании на факультетах неязыковых специальностей. Санкт-Петербург, 2006.

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads