Ғәлимов Айҙар Ғәни улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ғәлимов Айҙар Ғәни улы
Remove ads

Ғәлимов Айҙар Ғәни улы (23 февраль 1967 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2008) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2022) ордендары кавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Төп мәғлүмәт, Тыуған ...
Remove ads

Биографияһы

Айҙар Ғәни улы Ғәлимов Ҡаҙағстандың Целиноград (хәҙерге Астана) өлкәһе Мәҙәниәт ауылында 1967 йыл)дың 23 февралендә тыуған. Бер йылдан һуң ата-әсәһе Башҡортостандың Миәкә районы Оло Кәркәле ауылына күсеп ҡайта. Бала сағы шунда үтә.

1986 йылда Өфө автотранспорт техникумын тамамлай, һуңынан, әрме сафтарына саҡырылып, 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә.

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Икенсе юғары белемен Ҡазан дәүләт педагогия университетында ала.

Өфө ҡалаһында йәшәй. Рәсми вазифаһы — «"Айдар" театр-студияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры.

2022 йылдың 23 февралендә 55 йәше айҡанлы йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[1].

Remove ads

Ижади эшмәкәрлеге

Дискография

  • 1996 — Туган көнең белән!
  • 1998 — Абага чәчәге
  • 1998 — Вакытларны булмый туктатып…
  • 1999 — Айдар 2000
  • 2000 — Сезнең белән 10 ел бергә
  • 2001 — Бәхет бит ул
  • 2002 — Яшәргә икән, яшәргә!
  • 2004 — Дәрвиш юлы
  • 2005 — Син — минем җанымның яртысы (CD/DVD)
  • 2005 — Еллар. Юллар. Жырлар (Live)
  • 2007 — Лучшие песни 1990—1995 (сборник)
  • 2008 — Син булганда…
  • 2008 — Моң артыннан моңлы сәяхәт (DVD)
  • 2009 — Гомер буйлап барам
  • 2010 — Безнең кино (DVD)
  • 2010 — Алтын коллекция 1990—2000, Алтын коллекция 2000—2010 (МРЗ)
  • 2011 — Сөю юлы (DVD)
  • 2013 — Бер мизгел (DVD)
  • 2014 — Язган язмышыбыз (СD)

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев ордены (2022)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2017)[2][3]
  • Башҡортостандың халыҡ артисы (2011)
  • Татарстандың халыҡ артисы (2008)
  • Татарстандың атҡаҙанған артисы (1996)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1995)

Йырсы матбуғатта

  • Низамова Р. Халыктан аерылгысыз җырчы. «Кызыл таң» гәзите, 2017 йыл, 23 февраль[4].
  • Романов В. 23 февраля «золотой» юбилей Айдара Галимова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 23 февраль. (рус.)[5]
  • Галиев Д. Будни и праздники Айдара Галимова. Статус дедушки для певца дороже всех наград. Улыбчивый и доброжелательный на концертах, таким же он остается и в жизни. «Республика Башкортостан» гәзите, 2017, 21 февраль[6].
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads