Аландар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Аландар (бор. юнан. Ἀλανοί, лат. Alani, Halani, әрмән. Ալանք[1]) — скиф-сармат сығышлы иран телле күсмә ҡәбиләләр. Яҙма сығанаҡтарҙа беҙҙең эраның I быуат уртаһынан — уларҙың Азов һәм Кавказ алдына килеп сыҡҡан ваҡытында телгә алына[2][3][4].
Аландарҙың бер өлөшө IV быуат аҙағында алып халыҡтарҙың бөйөк күсенеүендә ҡатнаша, башҡалары иһә Кавказ итәгендәге биләмәләрҙә төпләнә. Аландарҙың ырыу-ҡәбилә союзы Аланияның — үҙәк Кавказ алдындағы монголдар походына тиклем булған иртә феодаль дәүләт — нигеҙе була.
Аланияны ҡыйратҡан һәм 1230-сы йылдар аҙағына Кавказ алдының уңдырышлы тигеҙлек райондарын баҫып алған монголдар иҫән ҡалған аландарҙы Үҙәк Кавказ тауҙарында һәм Кавказ аръяғында йәшеренергә мәжбүр итә. Унда аландар төркөмөнөң береһе хәҙерге осетиндарға урындағы ҡәбиләләр ҡатнашлығында башланғыс бирә[5][6][7][8][9][10]. Улар Төньяҡ Кавказдың башҡа халыҡтары этногенезында һәм мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүендә билдәле бер роль уйнай.[11][12].
Remove ads
Этнонимы
«Алан» этнонимы беренсе тапҡыр беҙҙең эраның 25 йылында ҡытай сығанаҡтарында аорстарҙы (Яньцай) алмаштырған сармат ҡәбиләһе исеме булараҡ осрай: «Яньцай биләмәһе Аланьляо тип үҙгәртелә; Ҡаңғаға бойондороҡло… Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм күлдәге ҡаңғайҙарҙыҡына оҡшаған»[13].
Һуңғы осорҙа ҡытай анналдарының тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәте бар: "Аланми ҡалаһында хакимлыҡ итеү. Был ил элек Ҡанға биләмәһенә ҡараған. Ҡырҡ ҡала иҫәпләнә. Чжегэға батырҙар һәм көслөләр алына. Чжегэ Урта дәүләт телендә хәрби яугир тигәнде аңлата[14].
Беҙҙең эраның I быуатында Рим авторҙарында аландар тураһындағы мәғлүмәттәр осрай. Улар тураһында Луций Анней Сенеканың беҙҙең эраның беренсе быуат уртаһында яҙылған «Фиест» пьесаһында иң тәүгә телгә алына[15].
«Алан» атамаһын римлеләр, ә һуңынан византиялылар XVI быуатҡа (Алан епархияһы Византия йылъяҙмаларында һуңғы тапҡыр телгә алына) тиклем ҡуллана[16].
Ғәрәптәр аландарҙы Al-lan исеме менән йөрөткәндәр. Ул византия телендәге "алан"дан барлыҡҡа килгән. Ибн Руста (903 йылда үлә) аландарҙың дүрт ҡәбиләгә бүленеүе тураһында хәбәр итә. Билдәле булыуынса, уларҙың көнбайышын «ас» тип атағандар. Билдәле булыуынса, уларҙың иң көнбайыш ҡәбиләһе «ас» тип аталған. 1130 йылдар башында Кавказға килгән Әбү Хәмит әл-Ғәрнати алан теленең ас теленән айырмаһын әйтә. Александр Монгайт былай тип яҙған: «Моғайын, ун икенсе быуатта уҡ астар аландар тарафынан бөтөнләй йотолмағандыр, һәм, бәлки, иран һәм осетин теленең башҡа диалекттарының диалект айырмалары был боронғо факттарҙы сағылдыралыр». Ун өсөнсө быуатта көнбайыш ғалимдары (Гийом де Рубрук) аландарҙың һәм астарҙың бер үк халыҡ тип раҫлай[17].
Этимологияһы
Хәҙерге ваҡытта фәндә В. И. Абаев нигеҙләгән версия танылған[18][19]. «Алан» термины боронғо арийҙарҙың һәм ирандарҙың arya тигән дөйөм атамаһынан килеп сыҡҡан[20][21][22][23][24]. Т. В. Гамкрелидзе һәм Вячеслав Всеволодович Иванов фекеренсә[25], был һүҙҙең «хужа», «ҡунаҡ», «иптәш» тигән тәүге мәғәнәһе ҡайһы бер тарихи традицияларҙа «ҡәбилә буйынса иптәш», һуңынан ҡәбиләнең (аrya) һәм илдең үҙатамаһы булараҡ үҫешә.
Элек «аландар» һүҙенең килеп сығышында төрлө фекерҙәр әйтелә. Мәҫәлән, Г. Ф. Миллер фекеренсә, «аландарҙың исеме гректарҙа барлыҡҡа килә, һәм ул сәйәхәт итеүҙе йәки гиҙеүҙе аңлатҡан грек ҡылымынан яһалған»[26]. Аландарҙың исемен К. В. Мюлленхоф Алтайҙағы тау һырты исеменән[27], Г. В. Вернадский — боронғо иран телендәге «елен» — боландан, тип иҫәпләй[28]. Л. А. Мацулевич, «алан» термины тураһындағы мәсьәлә бөтөнләй хәл ителмәгән, тип һанай[29].
Аландарҙың атамалары
Урыҫ йылъяҙмаларында аландарҙы «яс» һүҙе менән атағандар. 1029 йылғы Никон йылъяҙмаһында Ярослав Владимирович Мудрыйҙың походта ястарҙы еңеүе хаҡында хәбәр ителә.

Әрмән йылъяҙмаларында аландарҙы йыш ҡына үҙ исеме менән йөрөтәләр. Урта быуат Ашхарацуйц тип аталған әрмән географик атласы аландарҙың бер нисә ҡәбиләһен, шул иҫәптән «аш-тигор аландары халҡын» йәки «дигор халҡын» һүрәтләй. Был һүҙлектә дигорҙарының үҙатамаһы тикшерелә. Ул һүрәтләгән Аланияның көнсығыш төбәге аландары — «Ардоз илендәге аландар» — иронлыларҙың ата-бабалары. Боронғо заманда әрмәндәр алан атамаһын һәм күплек һанда аланк (халыҡ һәм ил булараҡ) формаһын ҡулланалар. Әммә беҙҙең заманда ос (берлек һанда), осер (күплек һанда), Осиа (Осетия) тип әйтәләр.
Ҡытай йылъяҙмаларында аландар алан халҡы[30] йәки хэлань булараҡ билдәле, был тәүтөрки телендә «ҡола ат» тигәнде аңлата[31]. Урта быуат Молдавияһында аландар оландар тип аталған[32].
Грузин сығанаҡтарында аландар овс или ос булараҡ телгә алына[33].
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Королевство вандалов и аланов
- Нижне-Архызское городище
- Дмитриевское городище
- Буртасы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads