Алексеев Игорь Павлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Алексеев Игорь Павлович (27 декабрь 1972 йыл) — Рәсәй ауыр атлеты, донъя чемпионы (1995), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1996).

Ҡыҫҡа факттар Шәхси мәғлүмәт, Енесе ...
Remove ads

Биография

Игорь Павлович Алексеев 1972 йылдың 27 декабрендә Ҡурған өлкәһенең Притобольный районы Боровлянка ауылында тыуған.

19911998 йылдарҙа 91 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Горулев Павел Сергеевич). 1993—1997 йылдарҙа — Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

20 йәшендә үҫмер спортсылар араһында ауыр атлетика буйынса Европа чемпионы була, ә бер йыл алда, 1991 йылда, Рәсәй чемпионы.

2007 йылдан алып Рәсәй Федерацияһының ҡатын-ҡыҙҙар үҫмер спортсылар командаһы тренеры, аҙаҡ өлкән тренер. «Рәсәй йыйылма спорт командаларын әҙерләү үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһында (ФГБУ ЦСП) эшләй, Өфө ҡалаһы.

Remove ads

Һөҙөмтәләре

  • Үҫмер спортсылар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты (1991) — 1 урын
  • Үҫмер спортсылар араһында ауыр атлетика буйынса Европа чемпионаты (1992) — 1 урын
  • Ауыр атлетика буйынса Европа чемпионаты (1993) — 5 урын (ырғым ауырлыҡты күтәреү ысулында 3 урын)
  • Ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты (1993) — 1 урын
  • Ауыр атлетика буйынса Европа чемпионаты (1994) — 5 урын (ырғымда 1 урын)
  • Ауыр атлетика буйынса донъя чемпионаты (1995) — 1 урын (180,0 кг (ырғым) + 210,0 кг (күтәреү) = 390,0 кг)
  • Йәйге Олимпия уйындарында ауыр атлетика (1996) (Атланта Олимпия уйындары) — 5 урын (ырғымда 2 урын, 182,5 кг (ырғым) + 205,0 кг (күтәреү) = 387,5 кг)
  • Ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты (1997) — 1 урын
  • Ауыр атлетика буйынса Рәсәй кубогы (1997) — 2 урын
  • Ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты (1998) — 2 урын
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (1992)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1996)
  • «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» билдәһе (1995).

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads