Алымов Алексей Михайлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Алымов Алексей Михайлович (18 март 1923 йыл22 февраль 2009 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, отделение командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Алексей Михайлович Алымов 1923 йылдың 18 мартында Орёл өлкәһе Сосковка районының Маслов ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. Шунда уҡ урта мәктәпте тамамлай.

1943 йылдың октябренән Ҡыҙыл Армияла. 1944 йылдың май айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Отделение командиры кесе сержант Алымов 1944 йылдың 16 июлендә Псков өлкәһенең Опочка—Лудза шоссеһы эргәһендәге һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Төркөм составында ул дошмандың штаб машинаһын ҡулға төшөрә, унан һуң һөжүм итеүсе дошман менән һуғышҡа инә. Өс тапҡыр яраланған комсомол Алымов һуғыш яланын ташлап китмәй һәм шәхсән үҙе дошмандың күп һандағы тере көсөн (54 немец) юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы ҡарары менән кесе сержант Алымов Алексей Михайловичкә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 9055) тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыш бөткәс старшина Алымов демобилизациялана. 1960 йылдан КПСС ағзаһы. Ырымбурҙа педагогия институтын тамамлағас, 1947—1976 йылдарҙа Иглин районының Урман ауылындағы эшсе йәштәр урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы — Өфө районы Михайловка ауылындағы урта мәктәп директоры.

2009 йылдың 22 февралендә вафат була, Михайловка ауылында ерләнгән.

Remove ads

Наградалары

  • Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 9055)
  • Ленин ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • III дәрәжә Дан ордены
  • Миҙалдары, шул иҫәптән:
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
    • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads