Альпака

From Wikipedia, the free encyclopedia

Альпака
Remove ads

Альпака, альпак (элек[8]альпак[9][10]; лат. Lama pacos йәки Vicugna pacos) — һөйәл аяҡлы йорт хайуаны, викуньянан (вигони) килеп сыҡҡан тип фараз ителә.

Ҡыҫҡа факттар Ҡыҫҡаса атамаһы, Халыҡ-ара ғилми атамаһы ...
Remove ads

Тасуирламаһы

Альпаканы йөнө өсөн аҫрайҙар, унан йылы, йомшаҡ юрғандар, пледтар һәм кейем яһайҙар, ә тиреһенән йорт өсөн кәрәк-яраҡ яһайҙар.

Альпаканың бейеклеге мундаһынан үлсәгәндә бер метрҙан артмай, ауырлығы яҡынса 70 килограмм. Йөнө йомшаҡ һәм оҙон (ҡабырғаларында уның оҙонлоғо 15-20 см етә).

Кәүҙәһе сағыштырмаса оҙон, һомғол аяҡлы, оҙон һәм нәҙек муйынлы, баш бәләкәй. Улар ламаларға ҡарағанда еңелерәк. Төҫө, ғәҙәттә бер тонлы көрән, ҡара йәки күкһел һоро, һирәк осраҡта сыбар.

Remove ads

Йәшәгән ерҙәре

Көньяҡ Американың (Анд) бейек тауҙар бүлкәтендә үрсетелә. Бөгөн унда өс миллион самаһы альпака йәшәй, уларҙың күпселе Перуҙа көн итә.

Андта 3500-5000 метр бейеклектә, Эквадор, Көньяҡ Перу, Төньяҡ Чили, көнбайыш Боливия территорияһында йәшәй.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads