Ангкор-Ват

Камбоджала гигант индуист ғибәҙәтхана комплексы From Wikipedia, the free encyclopedia

Ангкор-Ватmap
Remove ads

Ангко́р-Ват[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10] йә Ангко́рвоат[11] (кхмер អង្គរវត្ត [ʔɑŋkɔːvoat] — «Ангкор һарайы»[12]) — Камбоджала гигант индуист ғибәҙәтхана комплексы, Вишну Хоҙайға арналған. Донъяла ҡасан да булһа төҙөлгән ғибәҙәтханаларҙың иң ҙуры[10] һәм иң әһәмиәтле археологик ҡомартҡыларҙың береһе. XII быуаттың беренсе яртыһында Сурьяварман II короле идараһы ваҡытында төҙөлгән. Объект Халыҡ-ара мираҫ исемлегенә индерелгән[10].

Ҡыҫҡа факттар

Ангкор-Ват ғибәҙәтханаһы Сиемреап ҡалаһынан 5,5 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ангкор 200 км² майҙанды биләй; күптән түгел үткән тикшеренеүҙәр уның майҙаны 3000 км² булыуы мөмкин тип билдәләй. Унда ярты миллиондан артыҡ кеше йәшәүе мөмкин, шулай итеп индустрия эпохаһына тиклемге кеше йәшәгән эре тораҡ булған.

Ғибәҙәтхана өс концентрик тура мөйөшлө ҡоролманан тора. Тура мөйөштәр үҙәк йүнәлешендә бейегерәк. Периметры буйлап 1,5×1,3 км стена һәм 3,6 км оҙонлоғондағы һәм 190 м киңлектәге һыу йырыны менән уратылған. Эске төҙөлөшө лотос формаһындағы биш манаранан тора; үҙәк манара храмдан 42 м-ға бейегерәк, ер өҫтөнән дөйөм бейеклеге 65 м.

XV быуатта файҙаланылмай һәм ташландыҡ хәлдә ҡала[13]. Европалылар өсөн 1860 йылда асыла[14]. Ангкор-Ват Камбоджиның дәүләт флагында һәм гербында төшөрөлгән[10].

Thumb
Ангкор-Ват ғибәҙәтхана милли ғорурлыҡ символы була һәм Камбоджа флагында 1863 йылда һынландырыла
Remove ads

Тарихы

Thumb
Пранг
Thumb
Аэрофото. 190 метр киңлектәге һыу йырыны булыуы күренә

Ангкор-Ват VI быуатта төҙөлгән Кхмер империяһының асыҡ миҫалы булып тора. Был гигант ғибәҙәтхана Сурьяварман II (11131150) хакимлыҡ иткән осорҙа төҙөлә. Храм төҙөлә башлағанда яҙып ҡалдырылған капсула ла, яҙмалар ҙа табылмаған. Шуға күрә тәүге исеме билдәһеҙ. Ғибәҙәтхананың Varah Vishnu-lok (һүҙмә-һүҙ: Изге Вишну урыны) тигән исеме булыуы билдәле. Төҙөлөш эштәре король үлгәс тамамланған. Тик барельефты биҙәү эштәре тамамланмай ҡалған[15].

Ангкорҙың башҡа ҡорамдарынан айырмалы, Ангкор-Ват, XV быуаттан бирле файҙаланылмаһа ла, тулыһынса ташландыҡ хәлдә булмаған. Ангкор-Ват, тирә яғында һыу йырыны булғанға, джунглиҙан һөжүм итеүсе йыртҡыстарҙан һаҡлаусы булып торған[16]. Антониу да Мадалена ҡорамды килеп күреүсе беренсе европалы була, ул 1586 йылда ғибәҙәтхананы килеп күрә һәм «яҙып аңлатып бирә алмаҫлыҡ матурлыҡ, был ҡорам донъялағы бер генә бинаға ла оҡшамаған, кеше хыялында ла күҙ алдына килтерә алмаған биҙәлеш» тип яҙа"[17]. Португаллы Диог ду Коут 1550 йылда үҙенең ҡорамды барып күреүе тураһында яҙа[18]. Быға тиклем дә ҡорамда айырым европалылар булып китеүенә ҡарамаҫтан, европалылар өсөн был комплексты француз сәйәхәтсәһе Анри Муо аса.

1970 йылдарҙа ҡайһы бер ҡоролмалар һәм скульптуралар Пол Пот һалдаттарының вандаллыҡ режимы осоронда емерелә. 1992 йылда Ангкор башҡа ҡоролмалары менән ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индерелә.

Камбоджала туристар өсөн төп иҫтәлекле урын булып иҫәпәләнә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Тышҡы һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads