Андреев Алексей Васильевич

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Андреев Алексей Васильевич (16 апрель 1943 йыл) — мунициаль орган хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауыл хакимиәте башлығы. Милләте — сыуаш.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Алексей Васильевич Андреев 1943 йылдың 16 апрелендә БАССР-ҙың Бәләбәй районындағы Аделькин (рус. Аделькино) ауылында тыуған. Урындағы урта мәҡтәпте, 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.[1]

Хеҙмәт юлын 1961 йылда ауыл уҡытыусыһы булып башлай. Совет Армияһы сафына саҡырыла. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң Башортостандың Нуриман районы Первомайск урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай, артабан шул уҡ мәктәптә директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1979—1985 йылдарҙа Яманйылға леспромхозы профкомы рәйесе булып эшләй, артабан директор урынбаҫары вазифаһында була.

1985 йылдан Ҡыҙыл Шишмә (рус. Красный Ключ) халыҡ депутаттарының ҡасаба Советы рәйесе итеп һайлана, Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә район хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. Нуриман районы, 245-се Ҡыҙыл Шишмә һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланыла.

Remove ads

Ғаилә хәле

Өйләнгән, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр[2].

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads