Анемия

From Wikipedia, the free encyclopedia

Анемия
Remove ads

Анемия — (грекса an- — кире приставка һәм haima — ҡан), аҙ ҡанлылыҡ, ҡан күләме берәмегендә гемоглобин һәм (йәки) эритроциттарҙың кәмеүе.

Ҡыҫҡа факттар МКБ-10, МКБ-9 ...
Remove ads

Классификациялырҙың үҙенсәлеге

Постгеморрагик (ҡан юғалтыуҙан барлыҡҡа килә), тимер дефицитлы (организмда тимеретешмәгәндә), фолий ҡытлығы (B12 витамины етешмәгәндә), нәҫелдән килгән гемолитик (эритроциттарҙа генетик боҙолоу булғанда) һәм тормошта барлыҡҡа килгән (эритроциттарҙың бөтөүенә булышлыҡ итеүсе ҡайһы бер дарыу препараттары һәм химик матдәләр тәьҫире булғанда) һ.б. анемияға айыралар. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә.

Remove ads

Патогенез

Төп симптомдары: тиҙ арыусанлыҡ, тын ҡыҫылыу, физик көсөргәнеш ваҡытында йөрәктең йыш тибеүе, тире ҡатламының ағарыныуы, баш әйләнеү, күҙ алды сыбарланыуы, күреү һәләтенең кәмеүе. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәрен ҡулланалар.

Дауалау

Дауалау медикаментоз (составында тимер, микроэлементтар булған дарыу препараттары), хирургик (елек күҙәнәктәрен күсереп ултыртыу), диетотерапия, ҡан препараттарын ебәреү. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: ҡан ағыу, йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге һ.б.

Иҫкәртеү

Анемиябарлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе бөтөрөү. Башҡортостанда 2005 й. 100 мең кешегә А. м‑н дөйөм ауырыусанлыҡ 2979,3 тәшкил итә, тәүләп асыҡланған — 1172,6; шуға ярашлы 2007 йыл — 3418,1 һәм 1381,6; 2009 йыл — 3238,1 һәм 1137,1. Анемияны диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү буйныса фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (Ә.Б.Бәкеров, В. И. Никуличева, Г. Ш. Сафуанова һ.б.). «Иммунопрепарат» пртиеһында анемияның төрлө формаларын дауалау өсөн церулоплазмин дарыу препаратын алыу технологияһы эшләнә һәм етештереүгә индерелә (А.Ғ.Исрафилов, С.Ә.Йәнекәева).

Remove ads

Әҙәбиәт

  • Никуличева В. И., Сафуанова Г. Ш. Железодефицитная анемия — современные аспекты. Уфа, 2003.
  • Шулутко Б. И. Внутренняя медицина. Руководство для врачей в 2 томах. Спб.: «Левша. Санкт-Петербург», 1999
  • Шулутко Б. И., Макаренко С. В. Стандарты диагностики и лечения внутренних болезней. 3-е изд. СПб.: «Элби-СПБ», 2005

Анемия // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.

Remove ads

Һылтанмалар


Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads