Аношин Иван Семёнович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Аношин Иван Семёнович (17 ноябрь 1904 йыл1 сентябрь 1991 йыл) — совет партия һәм хәрби эшмәкәре, 1926 йылдан ВКП(б) ағзаһы; генерал-лейтенант. 19391942 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Иван Семёнович Аношин 1904 йылдың 17 ноябрендә Һарытау губернаһының Балашов өйәҙе[1] Шепелевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 10 йәшенән көтөүсе, хәлле крәҫтиәндәрҙә батрак була. Башланғыс мәктәпте тамамлай.

19191926 йылдарҙа — комсомол ячейкаһы секретары, улус комсомол комитетының яуаплы секретары. 1926 йылдан алып Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә, ОГПУ-ның сик буйы ғәскәрҙәрендә, аҙаҡтан Махачкалы ҡала партия комитеты эшләй (1930 йылға тиклем). 1930—1932 йылдарҙа ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты Кадрҙар әҙерләү институтында уҡый. 1932 йылда — ВКП(б-ның) Чита ҡала комитетының мәҙәни-пропаганда бүлеге мөдире. 1937 йылда Ҡыҙыл профессураһы Иҡтисад институтын тамамлай һәм ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында инструктор булып эшләй.

1938 йылдың 26 апреленән алып ВКП(б) Волга буйы немец АССР-ы өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһын башҡара, был вазифаға 1938 йылдың 7 июлендә тәғәйенләнә. 1939 йылдың декабренән 1942 йылдың ноябренә тиклем — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1942 йылдың декабрендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты уны сәйәси эш башҡарыу өсөн ғәмәлдәге армияға ебәрә[2]: 43-сө армияның сәйәси бүлек начальнигы, 1943 йылдың ноябрь — 37-се армияһының (3-сө Украина фронты) Хәрби советы ағзаһы . 1944 йылдан — 3-сө Украина фронтының сәйәси идаралыҡ начальнигы 1944 йылдың 20 апрелендә «генерал-майор», 1945 йылдың 19 апрелендә — «генерал-лейтенант» хәрби дәрәжәһе бирелә.

Һуғыш бөткәс, 1947 йылдың ғинуарына тиклем — Көньяҡ ғәскәрҙәре төркөмөнөң сәйәси идаралығы начальнигы, унан һуң — Мәскәү хәрби округының сәйәси идаралығы начальнигы, 1947 йылдың октябренән — Одесса хәрби округы командующийының сәйәси өлөш буйынса урынбаҫары, 19501953 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыш Хәрби округының Хәрби советы ағзаһы. 1955 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһын тамамлай. 19561957 йылдарҙа — Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһының Баш хәрби советнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһының баш сәйәси идаралығы начальнигының өлкән кәңәшсеһе. Һуңынан Генераль Штабтың Топографик идаралығы начальнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, 1961 йылдан — Совет Армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флотының Төп сәйәси идаралығы өлкән инспекторы.

1968 йылдан алып хаҡлы ялда була.

КПСС-тың XVIII (1939) һәм XIX (1952, Хабаровск өлкә ойошмаһынан[3]) съездарына делегат итеп һайлана; 1939 йылдың 21 мартынан 1952 йылдың 5 октябренә тиклем ВКП(б)-ның Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы була (КПСС-тың XVIII съезында[4] XVIII конференцияһы һәм һайлана[5]). Украина ВКП(б)-ның XVI съезына делегат һайлана (1949), 1949 йылдың 28 ғинуарынан 1952 йылдың 23 сентябренә тиклем Украина КП(б)-ның Үҙәк комитеты ағзаһы була.

РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1941 йылдың көҙөнә тиклем ғәмәлдә булған Волга буйы немецтары АССР-нан һайлана), СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1941—1946 йылдарҙа — Башҡорт АССР-нан Союз Советы ағзаһы[6]) һәм 2-се саҡырылыш (1946—1950, Махсус һайлау округынан Милләттәр Советы ағзаһы[7]).

Троекуровский зыяратында ерләнгән[8].

Remove ads

Наградалары

30-ҙан ашыу хөкүмәт наградаларына лайыҡ була, шул иҫәптән:

  • Ленин ордены (13.9.1944)
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.3.1944)
  • I дәрәжә Кутузов ордены (28.4.1945)
  • I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (29.6.1945)[9]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (шул иҫәптән, 1956)
  • Энгельс ҡалаһының Почетлы гражданы (1989).

Әҫәрҙәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads