Анциферов Владимир Никитович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Анциферов Владимир Никитович (26 ноябрь 1933 йыл, Владивосток — 6 март 2016 йыл, Пермь) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-металдарҙы өйрәнеүсе. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973), РФА академигы (2000).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Никитович Анциферов 1957 йылда Иркутск тау-металлургия институтын тамамлай. Соликамск магний заводында (1957); Пермь ҡалаһының Я. М. Свердлов исемендәге заводта (1958—1960, инженер − онтаҡ металлургияһы участка начальнигы).

1963 йылда МИСиС-ты тамамлай, аспирантурала кандидатлыҡ диссертацияһын, 1972 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1973 йылда профессор исемен ала, 1991 йылдың 7 декабренән —инженер фәне буйынса РФА мөхбир ағзаһы (материалдарҙы өйрәнеүсе фән), 2000 йылдың 26 майынан — РФА академигы.

1963—2008 йылдарҙа — ассистент, доцент, профессор, аспирантура һәм докторантура етәксеһе. (НЦ ПМ) ГОУ ВПО «Пермь дәүләт техник университет» (ПГТУ) онтаҡ материалдар өйрәнеүсе фәненең Ғилми үҙәген нигеҙләүсе һәм уның етәксеһе, ПГТУ-ның «Онтаҡ материалдар фәне» кафедраһы мөдире

2016 йылдың 6 мартында Пермдә вафат була. Ҡаланың Төньяҡ зыяратында ерләнә

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Владимир Анциферовтың ғилми етәкселеге аҫтында техниканың яңы тармаҡтары өсөн яңы материалдар булдырыла һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларында онтаҡ металлургияһы участкалары ойошторола. 500-ҙән ашыу фәнни баҫма, шул иҫәптән 41 монография авторы. В. Н. Анциферов тарафынан 234 авторлыҡ танытмаһы һәм РФ патенттары алына[1].

Онтаҡ, керамик, композицион материалдар алыу буйынса һәм төрлө функциональ тәғәйенләнештәге япмаларҙың физик-химик процестарын фундаменталь тикшеренеүҙәргә зур өлөш индерә[1].

Remove ads

Маҡтаулы исмедәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982)
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1987)
  • РСФСР Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығы премияһы лауреаты (1984, 1987)
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1995, 2001, 2007)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
  • Дүртенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)[2]
  • Пермь ҡалаһының почётлы гражданы (1999)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (20.09.2009) — фәнни-педагогик эшмәкәрлеге һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергән ҡаҙаныштары өсөн[3]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads